Все новости
Һөйөнсө!
5 Февраля 2019, 13:25

ҠЫУАНЫСЫБЫҘҘЫҢ ИГЕ-СИГЕ ЮҠ

Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбе уҡыусыларының, ата-әсәләрҙең, шулай уҡ үҙемдең дә күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Районыбыҙ хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың ҙур хәстәрлеге менән мәктәбебеҙгә биш пар өр-яңы пластик саңғылар һәм видеопроектор менән экран ҡайтарылды. Ҡыуаныс-шатлығыбыҙҙың иге-сиге юҡ...

Иҫке Мораптал башланғыс мәктәбе уҡыусыларының, ата-әсәләрҙең, шулай уҡ үҙемдең дә күптәнге хыялыбыҙ тормошҡа ашты. Районыбыҙ хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтовтың ҙур хәстәрлеге менән мәктәбебеҙгә биш пар өр-яңы пластик саңғылар һәм видеопроектор менән экран ҡайтарылды. Ҡыуаныс-шатлығыбыҙҙың иге-сиге юҡ...

Һәр ике уҡыусыға бер саңғы беркетелде, дәрес һайын алмашлап саңғы шыуабыҙ. Ошоғаса уҡыусыларым физкультура дәресендә бик күптәнге быйма саңғылары менән шыуалар ине. Бөтә ата-әсәләр ҙә балаларына саңғы алып бирергә атлығып тормай шул. Күпселек уҡыусылар күмәк балалы ғаиләнән. Ә балалар күңелендә спортҡа һөйөү кесе йәштән башлап тәрбиәләнә. Спортҡа таһыллы бала был яңы пластик саңғыла тәү тапҡыр шыуғанда уҡ айырмалыҡты тойҙо. Уларҙың елдәй елгән ошо саңғыларҙа көн дә шыуғылары килеп кенә тора. Ҡыштың һәр матур көнөн ҡулланып ҡалырға кәрәк, тибеҙ. Дәрестәрҙән һуң да шыуырға тырышабыҙ. Киләсәктә мәктәбебеҙ исемен данлар саңғысылар ҙа сығыр әле, иренмәйенсә шөғөлләнергә генә кәрәк.

Ә инде һәр дәрестә, класс сәғәттәрендә, мәктәп сараларында ведеопроекторҙың ни тиклем кәрәк икәнлеген аңлатып тораһы ла юҡ. Башланғыс кластарҙа балалар яңылыҡты башлыса күреү һәләте аша тиҙерәк үҙләштерә һәм хәтерендә ҡалдыра. Ошоға тиклем балаларға дәрестәрем файҙалыраҡ, иҫтә ҡалырлыҡ үтһен өсөн төрлө таблицалар, сюжетлы картиналар ҡуллана инем. Хәҙер дәрестәребеҙ яңы технологиялар менән икенсе төҫ алды, ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс үтә. Иң мөһиме уҡыусыларға дәрестәрҙе ҡалдырмайса тырышып уҡырға ғына кәрәк.

Ауылыбыҙҙағы кескәй генә мәктәп уҡыусыларының тормошона битараф ҡалмай, уларҙы тәрбиәләүҙә һәм белем биреүҙә ҙур уңайлыҡтар булдырғандары өсөн район етәкселегенә сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Уларға ныҡлы сәләмәтлек, яуаплы эштәрендә ҙур уңыштар теләйбеҙ.

Барлыҡ ата-әсәләр, уҡыусылар исеменән

башланғыс кластар уҡытыусыһы
Читайте нас: