Все новости
Һөйөнсө!
5 Марта 2019, 15:02

ЗАГС шәп эшләй

ЗАГС беҙҙең тормошта бик мөһим урынды биләй, айырылабыҙ тиһәк тә, ҡауышабыҙ тиһәк тә, кемдер үлһә лә, бала тыуғанда ла шунда йүгерәбеҙ.

ЗАГС беҙҙең тормошта бик мөһим урынды биләй, айырылабыҙ тиһәк тә, ҡауышабыҙ тиһәк тә, кемдер үлһә лә, бала тыуғанда ла шунда йүгерәбеҙ. Шөкөр, донъялар ҡалай булһа ла, беҙҙең ЗАГС шәп эшләй. Уның етәксеһе Светлана Иванова былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса республика Юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитетының Почет грамотаһына лайыҡ булды. Был бүләкте Светлана Леонидовнаға Комитет рәйесе Владимир Спеле үҙе тапшырҙы. Беҙ С. Иванованы сираттағы еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ, районыбыҙҙа артабан үлемдәр, айырылыуҙар аҙ, тыуым-никахлашыуҙар күп булыуын теләйбеҙ.
Читайте нас: