Все новости
Һөйөнсө!
31 Мая 2019, 13:29

Күптән лайыҡ ине

28 майҙа, шишәмбе көндө, яҡташ шағирәбеҙ, Кинйәбай ауылы ҡыҙы, Тамара Ғәниева Көйөргәҙе районынан сыҡҡан әҙиптәребеҙ араһынан беренсе булып Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды. Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров уға ошо абруйлы исемде тапшырҙы.

«Шағирҙың аҡылы, күңеле һәм туған теленән башҡа эш ҡоралы юҡ. Туған телгә иғтибарлы мөнәсәбәтегеҙ өсөн һеҙгә, Радий Фәрит улы, рәхмәтемде еткерәм. Ғүмеремде туған тел ярҙамында һүҙ сәнғәтен булдырыуға арнаным. Туған телебеҙгә, тыуған Башҡортостаныбыҙға һөйөүегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!» - тине Тамара Ғәниева, награданы ҡабул итеп.

Кемдәргәлер ҡалъя, бушлай фатир,

Әллә ни эш ҡырған кешеләй.

Орден, миҙал тағып текә йөрөй

Табан ялай алған кешеләр, -

тигәйне яҡташ шағирәбеҙ бер шиғырында. Тамара апайыбыҙ ҡалъя тип йөрөмәне, табан да яламаны, асылына тоғро ҡалды. Шуның өсөн дә Башҡортостандың халыҡ шағиры исеменә күптән лайыҡ ине, хәйер, ул үҙе күпән халыҡтыҡы, хәҙер шуны бары тик рәсмиләштереп кенә ҡуйҙылар.

Был турала хәбәрҙар булыу менән, «Юшатыр» гәзите хеҙмәткәрҙәре Тамара Әхмәтшәриф ҡыҙы менән бәйләнешкә сығып, уны ихлас күңелдән ҡотланы, ошо ваҡиға уңайынан ниндәй тәьҫораттар кисереүе, яҡташтарына ниндәй әйтер һүҙе булыуы менән ҡыҙыҡһынды.

- Ҡыуанысымды бүлешеүегеҙ, ҡотлауығыҙ өсөн ҙур рәхмәт, хөрмәтле яҡташтарым! Шағир өсөн Халыҡ шағиры исеме бик юғары дәрәжә икәнлеген һәммәгеҙ ҙә аңлайһығыҙҙыр. Мин барлыҡ ғүмеремде әҙәби ижадҡа, шиғриәткә бағышланым. Әммә шиғыр яҙыу бер хәл, уны тейешенсә баһалаған, яратҡан уҡыусыларың булыу - иң ҙур бәхет! Яҡташтарым, көйөргәҙеләр, мине шулай ҙурлағаны, баһалағаны өсөн ифрат та шатмын. һеҙ миңә гел шулай рухи көс биреп, тыуған яҡтарыма ҡайтһам, ҡунаҡ итеп, хөрмәтләп тораһығыҙ. Ҙур бәхет бит был! Көйөргәҙенән Өфөгә һәр саҡ яңы илһам, яңы дәрт-көс менән ҡайтам. Яҡташтарыма сал башымды эйеп рәхмәтемде белдерәм! Бар булығыҙ, бәхетле булығыҙ! - тине шағирә.
Читайте нас: