Все новости
Һөйөнсө!
9 Августа 2019, 12:34

Заводыбыҙ кире ҡайта

Был аҙнала Республика Йортонда БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов менән осрашты.

Был аҙнала Республика Йортонда БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов менән осрашты.

Осрашыу ваҡытында Юлай Талха улы райондың социаль-иҡтисади хәлен, инвестиция проекттары тураһында һөйләне. Һөйләшеү барышында сүп-сар реформаһына, юлдарға бәйле проблема ла ситтә ҡалманы. Район башлығы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарына ҡағылышлы яңы системаға күсеү эше буйынса үҙенең тәҡдимдәрен дә индерҙе. Беҙҙең районда евроконтейнерҙар етештереү эше яйға һалынған. Игорь Ступин металдан ныҡлы, шул уҡ ваҡытта еңел һәм оҙаҡ ҡулланырға мөмкин булған бокстар етештерә. Бында етештерелгән контейнерҙар пластик контейнерҙарға ҡарағанда күпкә арзаныраҡ һәм Европаның барлыҡ талаптарына тап килә, шулай уҡ улар Рәсәйҙең ҡаты һыуыҡтарына ла бирешмәй. Был предприятие контейнерҙар менән барлыҡ республиканы тәьмин итә аласаҡ. Сүп-сар реформаһына ҡулайлаштырылған производство хаҡында: «Бындай проекттарға мотлаҡ ярҙам итергә кәрәк», - тине Республика башлығы

Шулай ҙа был осрашыуҙа иң мөһиме һәм иң ҡыуаныслыһы Ермолаево спирт заводына ҡағылышлы һорау булғандыр. Радий Фәрит улы күптән эшмәкәрлеген туҡтатҡан «Башспирт» балансында торған спирт заводы биналарын район милкенә күсереп, уның базаһында иген эшкәртеү буйынса яңы предприятие төҙөү вариантын тәҡдим итте. Муниципаль иҫәпкә күсерелгән осраҡта яңы производство өсөн әҙер шарттар барлыҡҡа киләсәк. Шулай итеп тиҙҙән Ермолаевола яңы иген эшкәртеү заводы гөрләйәсәк.
Читайте нас: