Хәтерегеҙҙәлер, июнь башында район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов ғаиләһе менән кәңәшләшкәндән һуң Көйөргәҙе районындағы 2-3 балаға йыл буйына стипендия түләп торорға, тигән ҡарарға килеүе хаҡында яҙғайныҡ. Уның был башланғысын эшҡыуар Азамат Яҡшыбаев һәм «Ватан» хужалығы рәйесе Ғәйнетдин Мөхәмәтов та эләктереп алғайны.
Кисә Шәбағыш мәктәбенең тантаналы линейкаһында Ғәйнетдин Ғәзиз улы бөтә уҡыусылар, уҡытыусылар һәм ата-әсәләр алдында ғаилә советында сығарған ҡарары хаҡында әйтте. Ул уҡыуҙа, спортта, йәмәғәт эшендә алдынғылыҡ күрһәткән, ата-әсәһен тыңлаған 1-9 классс уҡыусылары араһынан 3 балаға уҡыу йылы аҙағында аҡсалата бүләк бирәсәк. 1-се премияға 10 мең һум, 2-сегә 5 мең һум, 3-сөгә 3 мең һум күләмендә аҡса тәғәйенләнә. Алдынғы уҡыусыларҙы мәктәптәге совет менән бергә һайлап аласаҡтар. «Әлеге көндә Шәбағыш мәктәбендә ни бары 22 бала белем ала. Әгәр уҡыусылар һанын арттырһалар, уҡытыусыларға ла 30 мең һумға яҡын премия бирәсәкмен, тип иғлан иттем. Мин 12 йыл ауыл советы, 4 йыл район советы депутаты булдым. «Ватан» хужалығы ла инде 20 йыл ошо ауыл биләмәһендә эшләп килә. Минең барлыҡ пайсыларым да Шәбағыш силсәүитендә. Ошонан һатып алған участокта үҙем йорт һалырға уйлайым. Шуға ла нәҡ Шәбағыш мәктәбе уҡыусыларына үҙ премиямды бирергә уйланым да инде», - ти Ғәйнетдин Мөхәмәтов.