Все новости
Һөйөнсө!
29 Ноября 2019, 11:10

ХӘҘЕР ДҮРТӘҮ

Ошо көндәрҙә донъялағы иң бәхетле пар Айҙар менән уның хәләл ефете Айһылыу Килмәтовтар. Тимербайҙан булған был ғаилә яңы ғына донъяға игеҙәк бала килтергән - ҡыҙ һәм малай - Самир һәм Самира. Яңыраҡ атай кеше ЗАГС-тан тыуыу тураһында таныҡлыҡ алды.
- Нисә кило булып тыуҙылар?
- Әллә, ике килонан артыҡ инде, - бәхетле атала килолар ҡайғыһы түгел, күрәһең, бала тыуыуға бәйле башҡа мәшәҡәттәр биләй, - игеҙ бала табыу минең яҡ нәҫелдә юҡ, ҡатын яғында бар, Самир менән Самира беҙҙең дүртенсе бала, тәүгеләренә 13 һәм 10 йәш.
Ихлас ҡотланыҡ, балаларға, әсәгә, ғөмүмән, күп балалы был ғаиләгә бәхеттәр теләнек. Өсәү урынына Хоҙай дүртте биргән, бәхеттәрҙе лә шулай гел таштырып биреп торһон. Сабыйҙарығыҙҙың игелеген күреп кенә йәшәгеҙ.
Читайте нас: