Все новости
Һөйөнсө!
7 Февраля 2020, 12:24

Беҙҙең өсөн дә ҡыуаныс

Азат Хәлиловтың ошондай йөкмәткеле хатын алғас, «Юшатыр» гәзитенең йолаһы буйынса тиҙ арала РПЛИ-ның яңы директоры — Венер Сабанчин менән осрашып, һөйләшергә булдыҡ.

Азат Хәлиловтың ошондай йөкмәткеле хатын алғас, «Юшатыр» гәзитенең йолаһы буйынса тиҙ арала РПЛИ-ның яңы директоры — Венер Сабанчин менән осрашып, һөйләшергә булдыҡ.
- Иң тәүгеләрҙән булып был яңылыҡты — беҙҙә яңы директор булғанын һеҙ бирҙегеҙ, - РПЛИ тупһаһынан уҡ уҡытыусылар беҙҙе ошондай һүҙҙәр менән ҡаршыланылар. Яңылыҡ биреү бер эш, ә директорҙың барып хәлен белеү, уны ҡотлау икенсе эш. Венер Ришат улын бәләкәйҙән белгәнгәлер, уның ҙур етәксе кимәленә үҫеп етеүе беҙҙең өсөн дә ҡыуаныс. Яңы, йәш етәксегә уңыштар, юлында төрлө һикәлтәләр аҙыраҡ осрауын теләнек һәм уның менән бәләкәй генә әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Республика политехник лицей-интернатының яҙмышына беҙ ҙә битараф түгел, шуға күрә директор вазифаһына йәш, дәртле, перспективалы кеше килгәне өсөн бик шатбыҙ һәм «Юшатыр» гәзите редакцияһы исеменән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ, уңыштар теләйбеҙ. Бында эшләгән барлыҡ директорҙар менән тығыҙ бәйләнештә эшләнек. Беҙ ҡотларға ғына түгел, шулай уҡ һинең киләсәккә пландарың менән танышырға ла килдек. РПЛИ-ға директор булып барыу идеяһы һиндә ҡайҙан барлыҡҡа килде? Әллә берәй кеше тәҡдим иттеме?
- Берәү ҙә тәҡдим итмәне. РПЛИ директоры вазифаһына конкурс иғлан ителгәне хаҡында ишеткәс, үҙемде һынап ҡарарға, конкурста ҡатнашырға булдым. Шөкөр, үттем. Юғары уҡыу йортон, аспирантураны тамамланым һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланым. Өфө дәүләт авиация техник университетының Күмертауҙағы филиалында студентарға лекциялар уҡыным. Һуңынан «Йылылыҡ селтәрҙәре» йәмғиәтендә инженер, оперативник булып эшләнем. Төнгө сменала эшләп ҡайтып, шул уҡ ваҡытта, параллельно, көндөҙ студенттарға белем бирергә лә өлгөрә инем. Беҙҙең предприятиела айына 169 сәғәт эш нормаһы булған саҡта, мин 392 сәғәт эшләй инем.
- Шулай булғас, бында эшкә килеү һиңә еңелерәк тойолғандыр?
- Юҡ, еңел тип әйтмәҫ инем. Әле өс көн генә эшләйем. Шуға күрә мин һеҙгә әллә нәмәләр әйтә лә алмайым. Берәр айҙан тағы осрашырбыҙ, шунда эш тураһында күберәк мәғлүмәт бирә аласаҡмын, әлбиттә. Ошо өс көн эсендә иртә таңдан кискә тиклем эштә булырға, башты ла күтәрмәй документация менән танышырға тура килде. Бындай көсөргәнешлек күптән булғаны юҡ ине. Шулай уҡ директор вазифаһының ҙур яуаплылыҡ талап итеүен дә аңлайым. Тәүге көндәрҙән үк бында булған проблемалар менән таныштым. Әле күҙгә ташланған проблемалар ғына ла бихисап. Хәҙер уларҙы яйлап хәл итә башларға тура киләсәк. Лицейҙың матди-техник яғын нығытырға, яңыртырға, ремонт мәсьәләһен хәл итергә, белем биреү кимәлен күтәрергә кәрәк буласаҡ. Талантлы уҡытыусы таҡта һәм аҡбур менән дә уҡыусыларға төплө белем биреү һәләтенә эйә икәнде лә оноторға ярамай.
- Беҙгә ваҡыт бүлгәнегеҙ, һорауҙарыбыҙға ихлас яуап биргәнегеҙ өсөн, рәхмәт, Венер Ришат улы! Тағы бер тапҡыр һиңә уңыштар теләйбеҙ!
Розалия НАЗАРОВА яҙып алды
Читайте нас: