Һөйөнсө!
7 Июля 2021, 03:19

Шәп бүләк

Ҡотлоюл ауылының 150 йыллығына арнап, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты Тәлғәт Шаһмановтың “Ҡотлоюл – Йыуасалы” исемле өр-яңы китабы донъя күрҙе.

Ҡотлоюлда үткән йәкшәмбелә гөрләтеп байрам итергә ине ниәт (ошо китаптың презентацияһы ла булырға тейеш ине, ысынында), тик юлға кәртә ҡуйҙылар -ярамай, йә сирләп китерһегеҙ. Шулай ҙа, ҡотлоюлдар, үҙҙәренсә генә итеп, юбилейҙарын үткәргән. Байрамға әҙерлек сиктәрендә байтаҡ эштәр башҡарылған булған, уларҙы тиҙ генә һанап та бөтөрлөк түгел - киләһе һанда был турала баҫыласаҡ.
Китапмы? Китап шәп. Уҡып ҡарағыҙ. Ә рецензия Юшатырҙың үткән һанында сыҡты.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас