Все новости
Һөйөнсө!
16 Ноября 2021, 09:26

Рәхмәттәребеҙ сикһеҙ

- Ейәнсәрем Аделина Үтәгәнова “Байыҡ” телевизион конкурсында лауреат булыуына сикһеҙ шатландыҡ. Республика бәйгеһендә ҡатнашҡанда ярҙам күрһәткәндәргә, бәйге ваҡытында беҙҙең менән бергә көйгәндәргә, ҡыуанғандарға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе “Юшатыр” гәзите аша еткергем килә. 

Рәхмәттәребеҙ сикһеҙ
Рәхмәттәребеҙ сикһеҙ

Таймаҫ ҡыҙы Аделина Үтәгәнованың уңыштары, бейеүгә ғашиҡ булыуы тураһында “Юшатыр”ҙа күп сыҡты. Бына тағы ла уны сираттағы еңеүе менән ҡотлап яҙабыҙ. Ошо көндәрҙә Аделина “Байыҡ” республика телевизион конкурсында “Халыҡ бейеүҙәрен яңғыҙ башҡарыу” номинацияһында лауреат булды. Ҡотлайбыҙ, Аделина! Киләсәктә лә уңыштар һиңә, районыбыҙ данын күтәреп кенә йәшәргә яҙһын.
- Ейәнсәрем Аделина Үтәгәнова “Байыҡ” телевизион конкурсында лауреат булыуына сикһеҙ шатландыҡ. Республика бәйгеһендә ҡатнашҡанда ярҙам күрһәткәндәргә, бәйге ваҡытында беҙҙең менән бергә көйгәндәргә, ҡыуанғандарға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе “Юшатыр” гәзите аша еткергем килә. Беҙҙе ҡанатландырып тороусы, һәр яҡлап ярҙам итеүсе районыбыҙ хакимиәте башлығы Юлай Ильясовҡа, халҡыбыҙ бейеүҙәрен тергеҙеүсе, проект етәксеһе Рита Өмөтбаеваға, "Мәрхәмәт шаһиттары" фонды попечителдәр Советы етәксеһе Лилиә Михайловаға, “Йәшлек” мәҙәниәт һарайы режиссеры Йәмилә Рамаҙановаға, беҙҙе иҫән-һау йөрөтөп алып ҡайтыусы мәғлүмәт-консультация үҙәге водителе Евгений Александров-Татьянинға һәм дә барлыҡ туғандарыма, дуҫтарыбыҙға рәхмәттәребеҙ сикһеҙ. Барығыҙға ла Хоҙай Тәғәлә һаулыҡ, именлек бирһен. Беҙгә күрһәткән мәрхәмәтлегегеҙ үҙегеҙгә меңләтә яҡшылыҡ булып ҡайтһын, - тип беҙҙең менән шатлыҡтары менән бүлеште Аделинаның өләсәһе Зөһрә Әбйәлилова.

 
Автор:Айгөл Халиҡова
Читайте нас: