Все новости
Һөйөнсө!
9 Декабря 2021, 09:20

Йәштәр урамына - йәшәрергә

https://vk.com/yshatir?w=wall-33983974_64516 Керәүле ауылы эшҡыуары Сайма Семенова 250 меңлек субсидия алған да, ауылында бөҙрәхана асырға ҡарар ҡылған. Эште оҙаҡҡа һуҙмай, ул был хананы асып та ҡуйған, кем дә кем сәс алдырырға, тырнағын тәрбиәләргә теләһә, барһын, бына адресы: Йәштәр урамы, 7, эш ваҡыты 10-дан бишкә тиклем. Ҡыҫҡаһы, Йәштәр урамына барып, йәшәреп ҡайт.

Йәштәр урамына - йәшәрергә
Йәштәр урамына - йәшәрергә

Бөҙрәхана асылыу - Керәүле өсөн генә түгел, район өсөн әһәмиәтле ваҡиға (асылды тигән һүҙ күңелгә май булып ята), шунлыҡтан бөгөн уны рәсми рәүештә асырға тип, район башлығы Юлай Ильясов, бизнес-шериф Тимур Иҙрисов Керәүлегә үҙҙәре юлланды- тарихи ваҡиғаға үҙ исемдәребеҙҙе лә яҙайыҡ. Хәйерле сәғәттә!

Килгәс-килгәс, район етәкселеге мәктәпкә лә һуғылды, яңы - яңы инде, матур. Мебелдәре генә әлегә иҫке. Бер ҡышҡа ҡуян тиреһе лә сыҙаған, яңы парталар артында ултырырға ла ваҡыт етер, имен булайыҡ. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: