Все новости
Һөйөнсө!
17 Декабря 2021, 11:55

Әлфиәгә баш эйә

Әле Өфөлә Ата-әсәләр форумы бара. Сираттағы ғына сара тип бик иғтибар итмәй ултыра инек....

Әлфиәгә баш эйә
Әлфиәгә баш эйә

Ҡайҙа, тағы һөйөнсө, тағы ҡыуаныстар.
Әлфиә Дәүләтшина Рәхмәт хаты алған. Әлфиә Рәйес ҡыҙын ҡалалағы, ҡайҙан ҡалалағы ғына булһын, республикалағы һәммә кеше белә, иң әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе лә ул.
Грамотаны Эльвира Айытҡолова үҙе тапшырған.

Әлфиә Өфөлә бер үҙе генә йөрөймө? Кеше шатланған мәлдә янында кемдер булыуы мотлаҡ, уның бәхетле мәлен күреү, ҡулын ҡыҫып ҡотлау өсөн эргәһендә Әлфиә Шәмиғолова һәм Вәсилә Ғәбитова ла бар. Әле барлыҡ Өфө, республика, Әлфиәгә рәхмәт әйтеп, баш эйә төҫлө. 
Афарин, ҡыҙҙар, афарин, Әлфиә, ихлас ҡотлайбыҙ.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: