Все новости
Һөйөнсө!
12 Января 2022, 17:26

Кешегә кәрәк булып

Ауыл- ауыл инде, беҙҙең һымаҡ ҡалаға бәхет эҙләп сығып киткәндәр ауылға килеп төшөү менән ностальгияға бирелә: ҡайтыр инем, ҡайтып булһа, аяҡтарым талһа ла имгәкләп.

Кешегә кәрәк булып
Кешегә кәрәк булып

Яҡуп ауылы ла һәүетемсә йәшәп ята, тынлыҡ, һиллек. Йәнгә рәхәт. Күҙҙе асырға ла ирек бирмәй, ҡояш ҡыҙҙыра. Ҡайһы бер ауылдарға килеп төшһәң, урамда эт тә осрамай, бында тормош гөрләп тора ла ул. Бала-саға, ҡышҡа ҡыуанып, урамды бер итеп, уйнап йөрөй, кемдер магазинға китеп бара, икенсеһе ҡайҙандыр ҡайтып килә. Бер-береһенең ҡәҙерен белеп, бер-береһенә кәрәк булып донъя көтә ауылдаштар.  

Оло юл буйлап инәйҙәр китеп бара, ҡулдарында скандинав таяҡтары, яҡуптар һаулыҡты ҡәҙерләй белә. Был ауылда йәшәүселәр һәр нәмәнең ҡәҙерен белә, ахры, шул иҫәптән, мәҙәниәттең дә. Яңы ғына үҙҙәренә клуб яһап ултырттылар. Элек был бина үтепүһүткәндә бойоҡ ҡына ҡарап тора һымаҡ күренә ине, әле бер аҙ маһая биреп тә ҡаршы алғандай тойолдо - кемгәлер кәрәк булыу бәндәне генә түгел, ташты ла әллә кем итер.
Ошо йомала уның яны халыҡ менән шығырып тулы буласаҡ, эсенә лә үтәсәктәр. Яҡуп ауылы клубы рәсми рәүештә асыласаҡ. Шуны түҙемһеҙләнеп көтөп ултыра клуб, Яҡшымбәттән матур-матур артистар киләм тип тора, ти, район башлығы ла, ваҡытын табып, килергә әҙерләнгән, башҡа әллә күпме мәртәбәле әҙәмдәр йыйына икән.
Кемдәр булды, нимә әйттеләр, яңы клуб уларҙы нисек ҡаршы алды - киләһе һандарҙа баҫылыр.
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: