Все новости
Һөйөнсө!
4 Июля 2022, 15:01

ИХЛАС ИЖАД

Шағирә Рима Арыҫланованы мин байтаҡ йылдар беләм. 

ИХЛАС ИЖАД
ИХЛАС ИЖАД

Талантлы уҡытыусы булараҡ та, актив йәмәғәт эшмәкәре булараҡ та, ғаилә тотҡаһы, әсә булараҡ та. ) Өҫтөнә алған һәр бурысын еренә еткереп, ҙур ихласлыҡ менән башҡара торған заттарҙан ул. 

...Рима Арыҫланованың да бик күп шиғырҙарында тыуған ауылы Иҫәкәйгә, һыуын эсеп үҫкән йылғаһы Рәүҙәккә, урмандары-ҡырына, сәскәлек туғайҙарына дан йырлай. Кесе ватанға мөхәббәт оло Ватан Башҡортостанға булған сикһеҙ яратыу хисенә ҡушыла. Бында уның атаһы менән әсәһе йәшәп алты бала үҫтергән, бында ағалары, апалары йәшәй. Бында улы менән ҡыҙы көн күрә. Бында уның дуҫтары-иптәштәре.
Оҙаҡ йылдар студенттарға башҡорт теле, әҙәбиәтенән белем биргән мөғәллимә әҫәрҙәрендә тыуған телгә мөнәсәбәтен белдермәй буламы һуң! «Телем барҙа – йәнем бар, йәнем барҙа – телем бар», – тип яҙа ул, «Телемә мәдхиә» шиғырында.
«Мөхәббәт ул үҙе иҫке нәмә, тик һәр бер йөрәк уны яңырта» – тип яҙған ине шағир заманында. Шағирә Рима Арыҫланова ла:
«Күңелем керһеҙ, һөйөүем саф ҡыштарымдай…
Нисәнсе ҡат янып ирейем устарыңда…» – тип мәңгелек теманы үҙенсә асып һала...

Закир ӘКБӘРОВ, яҙыусы, Күмертау ҡалаһы

Рима Арыҫланованың яңы китабына күҙәтеү тулы килеш гәзиттең үткән һанында баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: