Яҙыусы өсөн иң ҙур мәртәбә - үҙенең яңы китабын ҡулға тотоу, унан аңҡып торған типография буяуы еҫенән иҫереү.
Закир Әҡбәровтың әле шулай "иҫереп" йөрөгән сағы: Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә яңы китабы баҫылып сыҡҡан - "Йылдар һәм юлдар" романы. Автобиографик әҫәр ул. Закир Насир улы, һөйөнсөләп, беҙгә лә килде. Яңы китапты иң тәүгеләрҙән булып, беҙ ҙә тотоп ҡараныҡ, яҙыусыны ҡотланыҡ, уның менән бергә һөйөндөк.
- Был романым әллә ҡасан яҙылған роман. Үҙнәшриәт менән уны үҙем баҫтырғайным да инде. Татарстанда "Майҙан" журналы уҡыусыларына тәҡдим итте, күрше республика уҡыусыһы бик йылы ҡабул итте романда - Илдар Юзеев исемендәге премияһына лайыҡ булды. Һәм бына, 7 йыл көткәндән һуң, "Китап" нәшриәтендә баҫылды.
- Гонорары? - Закир абзый беҙгә көлөңкөрәп ҡарай...
Яңы китап хаҡында гәзиттә йома көнө баҫылды.