Үҙе матур, ҡупшы ғына булһа ла яңғыҙы ғүмер итә, эсе буш. Магазиндар ине бында ҡасандыр, кеше инеп-сығып йөрөр, янына машиналар туҡтар ине. Бер мәл барыһы ла бөттө, бинаны ташлап киттеләр. Торған ере йәтеш, уңайлы, үҙе матур, ылыҡтырғыс, оҙаҡ яңғыҙ йәшәмәҫ икәнен самаларға була ине.
Ысынлап та, йәтимлек оҙаҡҡа һуҙылманы, үҙен бер бай алған икән, магазин, икмәк бешереү цехы асам ти икән. Магазин-пекарняға исем уйлап тораһы түгел, ул бар, бөтәбеҙгә лә киң билдәле: "Әкиәт". Тиҙҙән бында киренән кеше ҡайтыр, ә тирә-яҡҡа яңы ғына бешкән тәмле икмәк еҫтәре таралыр, бинаның буш күңеле кире шатлыҡ менән тулыр ҙа, үҙе, рәхәтлеккә түҙмәй, әйтеп ҡуйыр: не жизнь. а Сказка!