Рәмилә Рахманғолованы әйтәбеҙ, ҡайҙа ул тип һорап та булмай, ниңә төпсөшә икән тиерҙәр, хәйер, ул беҙҙең элекке хеҙмәтҡәр - "Юшатыр" гәзитендә эшләп киткән кеше, ят бауыр түгел.
Ҡыҫҡаһы, Рәмилә, тормош иптәше Артур менән бергә, яңы Кешегә ғүмер биргәндәр икән, ошо матур сәбәптән, ялда булған мәғариф бүлеге методисы. Күп балалы ғаилә - исеме генә ни тора, ғорур яңғырай.
Ҡотлайбыҙ! Сабыйығыҙ үҙ бәхете менән тыуып, ошо бәхете уны бар тормошо буйлап оҙата барһын.