Все новости
ҺӘЙБӘТ ЯҢЫЛЫҠ
18 Сентября 2018, 14:13

ҠАЛАҒА ӨҪТӘН ҠАРАЯСАҠБЫҘ

Күмертауҙың Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында киләһе йылда яңы ен ҡуласаһы барлыҡҡа киләсәк.

Күмертауҙың Юрий Гагарин исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында киләһе йылда яңы ен ҡуласаһы барлыҡҡа киләсәк. Теге ҙур тәгәрмәс һымаҡ аттракционды шулай тип атайҙар бит. Әлеге Тәгәрмәс ҡартайҙы инде, нисәмә йылдар нисәмә кешене әйләндереп күктәргә күтәрҙе. Яңы Тәгәрмәс ябыҡ кабиналы буласаҡ, унда хатта кондиционер ҙа ҡуйыласаҡ, бында ҡышын да ултырып йөрөргә мөмкин буласаҡ. Һәммәһе 18 кабиналы шайтан ҡуласаһының бейеклеге 35 метр тәшкил итәсәк. Киләһе йылдан, Алла бирһә, рәхәтләнеп яңы Тәгәрмәстә ҡалаға өҫтән ҡарай аласаҡбыҙ. Тик бейеклеге генә әллә ни түгел икән, Стәрлеләгенеке, мәҫәлән, 40 метр, ә Һамарҙа - 60. Әйткәндәй, яңы аттракциондың хаҡы 27 миллион һум, алып ҡайтыу, урынлаштырыу өсөн йәнә 3 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: