ҺӘЙБӘТ ЯҢЫЛЫҠ
30 Мая 2021, 04:21

Булғанына шөкөр

Яңы - яңы инде, уға барып тотонғанда ла икенсерәк, ҡулдары үҙҙәре йәбешеп тора, күңел шатлана. Зәк-Ишмәт фельдшер-акушер пункты тураһында әйтәбеҙ. Уны әллә ҡасан алып ҡайтып ултырттылар, һыуы ла үтте, башҡа ваҡ-төйәк эштәре лә эшләнде (беҙҙең өсөн ваҡ, ауыл хакимиәте өсөн оло, еңел булмаған эш). Ғинуар айында тантаналы асабыҙ тинеләр, бар ғаләм белһен- Зәктә яңы ФАП. Аҙаҡ срок февраль, март, апрелгә күсерелде. Булманы уныһы. Иң мөһиме -ФАП эшләп китте, ҡалғаны бик әһәмиәтле түгел.

Кисә ФАП-тың тышын кәртәләгәндәр. Беҙҙе борсоған тәүге һорау: лицензия бармы? Юҡһа, уларға тиклем ултыртылған модулле ФАП-тар йылдар буйы лицензия артынан сапҡайны.
- Лицензия алғанға уже ике ай, - ауыл башлығы Илшат Зәйнәғәбдинов эш араһында ғына башҡарыла торған бер мәшәҡәт һымаҡ ҡына итеп әйтеп ҡуйҙы, - фельдшерыбыҙ өс ауылды ҡарай, бына шуныһы...
Әйтеп бөтмәһә лә аңлашыла, фельдшер кәрәк. Берәү генә етмәй.
- Кисә кәртәләп ташланыҡ, иртәгә буяу алып ҡайтам, бер тотонғас, эштең осона сығып ҡуйырға ине. Аҙаҡ ФАП-тың тирә-яғын тәртипкә килтерергә кәрәк, парковкаһы ла кәрәк. Күптәр асфальт булһа ине ти. Ҡулдан килһә, асфальт түгел, мәрмәр түшәп тә ҡуйыр инем, әлегә ҡырсын була инде.
Зәктәр үтә һауалы халыҡ түгел, ҡырсын булһа булһын, түҙербеҙ, мөһиме: ФАП-тары эшләһен. Сер итеп кенә әйткәндә, бындай ФАП күптәрҙең төшөнә лә инмәй әле. Булғанына шөкөр.
Читайте нас