Все новости
ҺӘЙБӘТ ЯҢЫЛЫҠ
4 Сентября 2021, 12:44

Ата-әсәләр өсөн мәктәп туҡланыуы хаҡы артмай

Ата-әсәләр өсөн мәктәп туҡланыуы хаҡы артмай, тип хәбәр итте мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин. Уның һүҙҙәренсә, был республика бюджетына ҡағыла.

Ата-әсәләр өсөн мәктәп туҡланыуы хаҡы артмай
Ата-әсәләр өсөн мәктәп туҡланыуы хаҡы артмай

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә премьер-министр Андрей Назаров етәкселегендә уҙған эш кәңәшмәһендә мәктәп рациондарын санитар ҡануниәткә ярашлы итеү өсөн туҡланыу хаҡын яңынан ҡарау тураһында ҡарар ҡабул ителде, тине республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.
Бының өсөн өҫтәмә аҡса бүленәсәк. 1 сентябрҙән 1-4 класс уҡыусылары, шулай уҡ льготалы категорияларға ҡараған балалар өсөн мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороуға республика бюджеты иҫәбенә финанслау күләменең артыуы көтөлә.
Быйыл республика бюджетынан йүнәлтелгән өҫтәмә аҡсаның күләме — 13 миллион һумдан ашыу, киләсәктә 35 миллион һумдан ашыу була, тип билдәләнде.

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: