

Көн дә күрешкәнбеҙ, осрашҡанбыҙ, һөйләшкәнбеҙ, хатта дуҫ булғанбыҙ. Бер генә лә районға ситтән яңыраҡ ҡына күсенеп килгән кеше тимәҫһең. Шул тиклем алсаҡ, асыҡ, ихлас, үҙ кеше булмаҫ. Телебеҙ телме, уйламайыраҡ һүҙ ҙә әйтеп ысҡындырыла (ҡай саҡ: быны сабып ҡына ырғытҡанда яҡшыраҡ булған икән тип ҡуяһың). Ә Регина үпкәләү тигәнде бөтөнләй белмәй, ҡушылып көлә лә ҡуя. Шуға ла уны әллә ҡасандан белгән, хатта серҙәрҙе уртаҡлашҡан ҡыҙ һымаҡ күрҙек. Тәү тапҡыр осрашҡандан алып. Бына, насип булғас, йәнә күрештек. Әңгәмә оҙаҡ барҙы, бер аҙҙан ғына ысынбарлыҡҡа әйләнеп ҡайттыҡ - нимә тип килгәйнек әле?