ҺӘЙБӘТ ЯҢЫЛЫҠ
31 Март 2022, 02:40

Кино төшөрәбеҙ

"Бына һеҙгә 418 мең һум, рәхәтләнеп тотоноғоҙ". 

Кино төшөрәбеҙКино төшөрәбеҙ
Кино төшөрәбеҙ
Район пионерҙар йортона бирелгән грантты күргәс, күптәр быларға ошолай тип әйткәндәр ҙә биргәндер тип уйлауы ихтимал. Юҡ шул. Бик ауыр көрәштә еңеп сыҡҡан Пионерҙар йорто. Проекты яҡлау анһат эш түгел, һинән башҡа әллә күпме кеше, аҡса тип, ишек төбөндә тапанып тора.
Иң мөһиме, отҡандар. Афарин! Хәҙер аҡсаларҙы тотонаһы ғына ҡалды. Коррекцион интернат, силсәүит менән берлектә "Һуғыш ҡағылған баласаҡ" проектын ғәмәлгә ашырасаҡтар: тарихты һаҡлауға, патриотизмды үҫтереүгә йүнәлтелгән фильмдар төшөрәсәктәр. Кино геройҙары беҙҙең район кешеләре буласаҡ. Кадрҙа гел чиновниктар ғына тормаҫ тип ышанғы килә, юҡһа, кино тиһәң, үҙҙәрен Ален Делондан да шәберәк итеп күргәндәр беҙҙә йәһәнәм, тот та бөгөндән үҙҙәренә Оскарҙы бир.  
Аҡсаны тотоноу бөтөү өсөн бирелгән ваҡыт - бер йыл. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас