ҺӘЙБӘТ ЯҢЫЛЫҠ
7 Апрель 2022, 12:10

Кино төшөрәбеҙ

- Регина Вәхит ҡыҙы, беҙ һеҙҙе ҡотлайбыҙ. Районыбыҙҙан ебәрелгән 10 проект араһынан, һеҙҙеке иң шәбе килеп сыҡҡан. 

Кино төшөрәбеҙКино төшөрәбеҙ
Кино төшөрәбеҙ

- ...Минең өсөн был бик тетрәндергес тема, сөнки үҙемдең өләсәйем һуғыш йылдарында етем булып ҡалған. Атаһы фронҡа китеп, Ленинград блокадаһы ваҡытында һәләк булған, әсәһе тыл эшсеһе була һәм ул да үлеп китә. Ҡустыһы һәм һеңлеһе ауырыпмы, аслыҡтанмы баҡыйлыҡҡа күскән. Ырымбур өлкәһендә бар михнәттәрҙе күреп үҫкән, ярай әле бер ғаилә уны тәрбиәгә алған. Шуға күрә ул беҙҙең өсөн "үлеп" тора. Бала сағында юҡлыҡта үҫкәс, беҙгә бар нимәне лә бирергә тырыша. Уны тыңлайым да, шул хәтлем йәл булып китә шул осорҙа үҫкән балалар. Ә хәҙерге балалар бер нимә менән дә ҡәнәғәт түгел, барлыҡтың ҡәҙерен белмәйҙәр. "Сүплектән картуф ҡабыҡтарын йыйып, киптереп, онтап, шунан йәймә бешереп ашай инек", - тип һөйләй өләсәйем. Хәҙерге быуын балалары ошоларҙы белмәй, күрмәй. Мине ошо тема үҙемде бер яҡтан борсой, иненсе яҡтан проектты баһалаған эксперттарҙы ла был тема күңелдәрен иретерен алдан төҫмөрләнем. Проектты яҙғанда уҡ маҡсатым еңеү ине.

Регина Акилова менән әңгәмә тулы килеш үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас