Все новости
ҺӘЙБӘТ ЯҢЫЛЫҠ
3 Июня 2022, 12:38

Күмертауҙың танауына сиртәбеҙ

Ҡалалағы бик килеп сыҡманы (бөтөнләй килеп сыҡманы), бәлки, Ермолаевола килеп сығыр.

Күмертауҙың танауына сиртәбеҙ
Күмертауҙың танауына сиртәбеҙ
Район үҙәгендәге Интернационалистар скверында киләһе аҙнанан фонтан һиптерә башлаясаҡ. Ҡурҡа-өркә көтәбеҙ был ваҡиғаны, фонтан булыуы, һис шикһеҙ, шәп, тик бына халыҡ.... Былтыр был скверҙағы фигураны ҡыйратҡайнылар ҙа инде, әле лә бассейн эсенә сүп-сар бәргеләп китергә аптырамайҙар. Ана, Күмертауҙа әллә нисә йыл бер булған фонтанды эшкиндерә алмайҙар, Ермолаевола эшләп китһә, танауҙарына сиртәбеҙ, ауыл ҡаланы уҙҙырасаҡ. 
 Булғандың ҡәҙерен белеп, матурлыҡҡа һоҡланып ҡына фонтан еләҫендә йөрөргә яҙһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: