Все новости
ҺӘЙБӘТ ЯҢЫЛЫҠ
5 Июля 2022, 13:10

Ынтылыш өсөн рәхмәт

Юлай ИЛЬЯСОВ, район хакимиəте башлығы: 

Ынтылыш өсөн рәхмәт
Ынтылыш өсөн рәхмәт

- Районыбыҙҙа газ үткəреүҙе тамамлау программаһына ярашлы быйыл Ленаның Мəктəп, Айсыуаҡтың Үҙəк һəм Недошивин, Ермолаевоның Ватутин һəм Əлмөхəмəтов, Пчелканың Колхоз һəм Еңеүҙең 70 йыллыҡ урамдарына газ үткəреү ҡаралған.
Июнь башында Йомағужа ауылының яңы ҡалҡып сыҡҡан Йəштəр урамына ла газ керҙе. Бөгөнгө көндə ике ғаилə «зəңгəр яғыулыҡ» менəн ҡуллана ла инде. Ныҡышмалылығы, маҡсатҡа ынтылышлығы өсөн Илкəнəй ауыл билəмəһе башлығы Рөстəм Минийəн улы Вахитовҡа һəм ярҙам күрһəткəндəре өсөн газ хеҙмəткəрҙəренə лə ҙур рəхмəт. Барыһына ла бəхетле ғүмер телəйем! 

Был хаҡта тулыраҡ үткән һанда гәзиттә баҫылды. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: