Все новости
ҺӘЙБӘТ ЯҢЫЛЫҠ
17 Августа 2022, 09:19

Яңы - яңы инде

Күмертауҙа Башҡорт ихатаһы программаһына ярашлы, эштәрҙе тамамлап та киләләр.  

Яңы - яңы инде
Яңы - яңы инде
Урау юлы урамы быйыл ныҡ уңды, башҡалар ремонтты, яңырыуҙы көтөп ала алмай яфалана, ә бында бер юлы әллә нисә ихата яңырҙы. Асфальт түшәү (юлдар бигерәк алама ине), эскәмйәләр, бордюр, машиналар туҡталышынан тыш, барлыҡ эштәргә балалар майҙансығы ҡуйыу ҙа инә, уны өсөнсө көн генә урынлаштырҙылар. Майҙансыҡты ҡуйып өлгөрҙөмө-юҡмы, бала-саға уны һырып та алды. 
Яңы - яңы инде, уйнауы күпкә күңеллерәк. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: