Все новости
ҺӘЙБӘТ ЯҢЫЛЫҠ
26 Декабря 2022, 13:33

Бәхетегеҙ бар икән

- 15 минуттан асыла, тиҙерәк булығыҙ!

Бәхетегеҙ бар икән
Бәхетегеҙ бар икән
Шулай тип шылтыратыу булды. Аһ, яңы ғына Ермолайҙан ҡайтып, саҡ тын алып ултырабыҙ ҙа баһа! Тик, ҡалайтаһың, һайлап алған яҙмышың шул -  тор ҙа сап. Күмертау -Айсыуаҡ араһы яҡын ер түгел, етмәһә, машиналарҙың күплеге, быға ҡушып, ҡарышҡандай, һин килеп еткәс кенә ҡыҙылын яндырған светофор, алама тайғаҡ юлды ла өҫтәһәң....
Һуңлайбыҙ - ошо уй барып еткәнсе тынғы бирмәне, хәйерсегә ел ҡаршы: Айсыуаҡҡа етәрәк, гудогын аҡыртып, поезд килә ята.... Шлагбаум юлыбыҙға арҡыры төштө. Состав, етмәһә, оҙон булып сыҡты, үтеп китәме был, әллә эстән йән сығып китәме? 
Бәхетебеҙ бар икән, Рузалиә Сәфиулла ҡыҙы беҙҙең менән бергә килеп етте, Айсыуаҡтағы яңы почтаны (бында ремонт үтте, уны Берҙәм Рәсәй партияһы яһаны) таҫмалар киҫеп асалармы тиһәк, былай ғына, эш сәфәре менән һуғылған икән. Лидия Веселова - почтампт начальнигы (ул Мәләүездә ултыра хәҙер - почтаны эреләттеләр ҙә начальникты шунда күсерҙеләр) ла бында, Әхәт Исламғолов та артынан ҡалмаған. Йәнә бер ҡыҙ бар, матур тун кейгән, төҫмөрләп таныныҡ, райондың Берҙәм Рәсәй партияһын етәкләргә тип килгән яңы ҡыҙ. 
- Берҙәм Рәсәй шулай гел үҙенә матурҙарҙы ғына аламы?
- Уныһына ла ҡарай,  - тине ҡыҙ, йылмайып.
Беҙ ҡыҙға һоҡланып ҡарап торған арала, башҡалар яңы почтаны ҡараны.
- Шәп булды, - тине урындағы почтальондар, - иң шәбе: бәҙрәф эстә хәҙер. Юғиһә, хәжәтебеҙгә тышҡа сыға торған инек. 
- Ермолаевоның почтаһына ла ремонт кәрәк, - депутат бында саҡта һорап, илаулап ҡалайыҡ тине ахры Лидия Александровна, иламаған балаға имсәк ҡаптырмайҙар. 
Р. Хисмәтуллина, аңлайым тигәндәй, баш һелкте. 
Айсыуаҡ почтальондары йылмайышты, бәхетебеҙ бар икән, беҙҙә ремонт булды ти ине ҡараштары. Ысынлап та, бар бәхетегеҙ, ул поезд составы һымаҡ оҙон булһын, оҙаҡ булһын, үҙегеҙҙең тормошоғоҙ ҙа анау Берҙәм Рәсәй ҡыҙы кеүек, матур булһын. 
Автор:Дим Ильясов
Читайте нас: