Все новости
9 Ноября 2018, 14:14

БЕРГӘ КҮҢЕЛЛЕ ЛӘ, ЭШ ТӘ ЫРАЙ

Яҡут ауылы китапханаһында ошо көндәрҙә Сәнғәт төнө уҙғарылды.

Яҡут ауылы китапханаһында ошо көндәрҙә Сәнғәт төнө уҙғарылды. Был матур сарала бәйләм бәйләү менән бик оҫта шөғөлләнеүсе ауылдаштарым — Хәмдиә Рәшитова, Раушания Буранова, Эльвира Ишдәүләтова, Гөлфиә Исламғолова, Айһылыу Минязева бик теләп ҡатнашты. Бәләкәй генә булһалар ҙа әсәһе менән килгән Лиана Минязева менән өләсәһе менән килгән Зарина Буранова: «Беҙҙең дә бәйләгебеҙ килә», - тип өйрәнергә тырышып торалар. Белеүегеҙсә, беҙ күптән инде шулай итеп күмәкләшеп ултырып, төрлө ҡул эштәре менән булышырға яратабыҙ. Күҙ нурҙарыбыҙҙы түгеп, күңел йылыһын һалып башҡарған эштәребеҙҙе мохтаж балаларға алып барып тапшырабыҙ. Был эште ауылдаштарым бик яратып эшләй. Бергәләшеп йыйылышып эшләһәң, күңелле лә, шул уҡ ваҡытта эшебеҙ ҙә ырай.
Читайте нас: