Все новости
9 Ноября 2018, 14:02

ТОҒРО ГАРМУНСЫЛАРЫБЫҘ

Гәзитегеҙҙе нисәмә йыл алдырабыҙ, уҡыйбыҙ, тик бер ҡасан да беҙҙе баҫҡанығыҙ юҡ, тип үпкә белдереүселәр була. Ҡалайтайыҡ, яҡшы кешеләр күп, өлгөрөп булмай.

Гәзитегеҙҙе нисәмә йыл алдырабыҙ, уҡыйбыҙ, тик бер ҡасан да беҙҙе баҫҡанығыҙ юҡ, тип үпкә белдереүселәр була. Ҡалайтайыҡ, яҡшы кешеләр күп, өлгөрөп булмай.


Бына Яҡут ауылының бынау бәһлеүәндәрен күрегеҙ. Яҙмаҫлыҡ, фотоһын ҡуймаҫлыҡ ирҙәрме ни улар? Районда үткән бер концерттан да ҡалмаған талантлы егеттәр Рәүеф Әбйәлилов һәм Фәнис Рахманғолов. Хет бөгөндән үҙҙәрен Голливудҡа ебәр, Бред Питты шунда уҡ алмаштыра алалар. Яндарына ҡултыҡлашып йөрөргә Джолиһы ла табыласаҡ. Бындай һылыулыҡтары, таланттары менән күптән сығып та китерҙәр ине, бәлки, тик әртис егеттәребеҙ тоғро заттан, Тыуған илгә лә тоғролар, ҡатындарына ла.
Читайте нас: