Все новости
9 Ноября 2018, 14:51

ҠЫУАНЫП ҠАРШЫЛАЙБЫҘ

Әле генә мәктәптәрҙә яңы уҡыу йылы башланып киткәйне. Хәҙер инде 1-се сиректе бәлә-ҡазаһыҙ уңышлы ғына тамамлап, 2-сеһен уҡырға ла ваҡыт етте.

Әле генә мәктәптәрҙә яңы уҡыу йылы башланып киткәйне. Хәҙер инде 1-се сиректе бәлә-ҡазаһыҙ уңышлы ғына тамамлап, 2-сеһен уҡырға ла ваҡыт етте.


Яҡут башланғыс мәктәбе уҡыусылары өсөн 2-се сиректе башлап ебәреү икеләтә ҡыуаныс. Сөнки, мәктәп эсенә эҫе һыу һәм бәҙрәф ҡуйылды, иҙәндәр буятылды, яңы мейестәр алынды.

Балаларыбыҙға ошондай уңайлыҡтар булдырып, хәстәрлек күргән мәктәп директоры Гөлкәй Хөснөтдин ҡыҙы Шәмсетдиноваға ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Уның ауыр һәм яуаплы эшендә уңыштар һәм һаулыҡ теләйбеҙ. Шулай уҡ ремонт эшендә көн-төн эшләүсе егетебеҙ, директорҙың хужалыҡ эштәре буйынса урынбаҫары – Илгиз Илдус улы Мәҡсүтовҡа ла ата-әсәләр исеменән рәхмәтебеҙҙең иң ҙурыһы. Оҫта ҡулдары һыҙлауһыҙ булһын, тибеҙ. Беҙҙең балаларыбыҙ тыуған мәктәптәрендә ҡыуанып уҡыһын, белем алһын, тип теләгән етәкселәребеҙгә лә ҙур рәхмәт әйтеп, үҙ балаларынан изгелек, ҡыуаныстар ғына күреүҙәрен теләйбеҙ.
Читайте нас: