Все новости
22 Февраля 2019, 14:00

Бер минут та ваҡытыбыҙ юҡ

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция! Беҙ, Яҡшымбәт урта мәктәбенең уҡыусылары, үҙебеҙҙең интернат тормошо менән уртаҡлашырға теләп, хат яҙырға булдыҡ һеҙгә.

Һаумыһығыҙ, хөрмәтле редакция! Беҙ, Яҡшымбәт урта мәктәбенең уҡыусылары, үҙебеҙҙең интернат тормошо менән уртаҡлашырға теләп, хат яҙырға булдыҡ һеҙгә.

Ҡояш апай йылы нурҙарын һибә башлау менән, беҙҙең тормош та ҡайнай башлай. Тәмле итеп иртәнге аштан һуң дәрестәргә ашығабыҙ. Уҡып бөткәс, сумкаларыбыҙға күп итеп «биш»тәрҙе тейәп, интернатыбыҙға ҡайтабыҙ. Өйләнән һуң инде һәр кемебеҙ үҙебеҙҙең шәхси оҫталыҡтарыбыҙҙы арттырырға ашығабыҙ.

Ауылыбыҙҙа музыка мәктәбе бар. Унда оҫта итеп бейергә, ҡурайҙа уйнарға өйрәнәбеҙ. Мәктәптә көрәш, волейбол, саңғы, хоккей түңәрәктәренә йөрөп үҙебеҙҙе физик яҡтан үҫтерәбеҙ. Ә инде сығарылыш имтихандарын яҡшы итеп тапшырыр өсөн төрлө фәндәрҙән өҫтәмә дәрестәргә йөрөйбөҙ. Көнөбөҙҙөң бер генә минуты ла бушҡа үтмәй беҙҙең.

Әлбиттә, уҡыу көнөн беҙ гел эш менән генә үткәрмәйбеҙ. Эш араһында фәһемле ял итергә лә яратабыҙ. Рәхәтләнеп «Юшатыр», башҡа төрлө республикабыҙҙың гәзит һәм журналдары менән танышабыҙ. Шашка, шахмат уйындары уйнайбыҙ, мәктәп, ауыл китапханаларынан китаптар алып уҡыйбыҙ, йәнһүрәттәр, төрлө телетапшырыуҙар ҡарайбыҙ. Тәрбиәселәребеҙ Зөлфиә Салауат ҡыҙы һәм Азат Зөлфәҡәр улы Ғәлиевтәр менән бергә бөтә байрамдарға әҙерләнеп, уларҙы билдәләйбеҙ. Байрамдарға ҡунаҡтар саҡырып, күңелле минуттарҙы улар менән дә уртаҡлашабыҙ. Ә инде ял көндәребеҙҙә тыуған ауылдарыбыҙға ҡайтып атай-әсәйгә, туғандарыбыҙға ярҙамлашабыҙ, тәмлекәстәр менән һыйланабыҙ. Яңы көстәр туплап дүшәмбе көн тағы ла интернатыбыҙҙа йыйылабыҙ.

Интернат уҡыусылары исеменән
Читайте нас: