Все новости
31 Октября 2020, 16:00

Дәүләттән бина йәки ерҙе ташламалы шарттарҙа нисек алырға

Әйтәйек, һеҙҙең ҙур булмаған бизнесығыҙ бар йәки уны асырға уйлайһығыҙ, ти. Уның нимә булыуы мөһим түгел: магазин, шәхси балалар баҡсаһы, табип кабинеты, икмәк бешереү цехы, аяҡ кейеме оҫтаханаһы, етештереү цехы.#важно #дәүләттәнбина #ташлама #предпринимательство #газетаЮшатыр

Әйтәйек, һеҙҙең ҙур булмаған бизнесығыҙ бар йәки уны асырға уйлайһығыҙ, ти. Уның нимә булыуы мөһим түгел: магазин, шәхси балалар баҡсаһы, табип кабинеты, икмәк бешереү цехы, аяҡ кейеме оҫтаханаһы, етештереү цехы.
Эшҡыуар алдына килеп баҫҡан тәүге мәсьәлә – ҡиммәт булмаған хаҡҡа ҡулай бина табыу. Әгәр башланғыс капиталға эйә булып, ниндәйҙер бинаны һатып ала алһағыҙ – бик яҡшы. Әгәр ул булмаһа? Был осраҡта берҙән-бер юл – ҡуртым.
Әлеге ваҡытта республикала 2,5 мең әҙер объект – дәүләт ҡарамағында булған айырым бүлмәләр, ер участкалары, биналар бар. Муниципалитет менән ташламалы шарттарҙа ҡуртым килешеүе төҙөп, арыу уҡ сығымдарҙан ҡотолоп булыуы хаҡында хәбәрҙарһығыҙмы? Бөгөн ошо хаҡта һөйләйбеҙ.
Ыңғай һәм кире яҡтары
Әгәр бина шәхси милек төрөнә ҡараһа, барлыҡ мәшәҡәт еңел генә хәл ителә: ҡуртымдың хаҡы, ваҡыты тураһында һөйләшеп, килешеү төҙөйһөгөҙ ҙә, иртәгәһенә үк шунда эш башлай алаһығыҙ. Иң мөһим етешһеҙлек – ҡуртым хаҡының үҙгәреп тороуы. Әгәр килешеү төҙөлгән саҡта бер квадрат метрҙың хаҡы аныҡ итеп күрһәтелмәһә һәм ошо хаҡтың үҙгәрмәүе (мәҫәлән, бер йыл дауамында) билдәләнмәһә, милексе уны үҙ ихтыяры менән күтәрә ала. Был – баҙар мөнәсәбәттәре.
Дәүләт милкен ҡуртымға алыу ҡатмарлыраҡ һәм оҙағыраҡ ваҡыт талап итә, сөнки сауҙа ойошторола. Әммә был алым, быйылғы йылдағы хәл-торош күрһәтеүенсә, күпкә тотороҡлораҡ. Беренсенән, ҡуртым ваҡыты биш йылдан кәм тип билдәләнмәй һәм тәүге йылдарҙа ҙур ғына ташламалар ҡаралған. Тәүге йылда ҡуртым хаҡының – 40 процентын, икенсе йылда – 60, өсөнсө йылда – 80, дүртенсе һәм артабанғы йылдарҙа 100 процентын түләргә кәрәк. Икенсенән, ҡуртымсы дәүләт милкен һатып алыуҙа өҫтөнлөк менән файҙаланасаҡ. Бының өсөн ике шарттың үтәлеүе кәрәк: биләмә йәки бина биш йыл дауамында бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа тәғәйен милек исемлегендә торорға һәм һеҙ уны өс йылдан ашыу ҡуртымға алған булырға тейешһегеҙ. Мәҫәлән, урындағы хакимиәт магазин урынлашҡан бинаны әлеге исемлеккә 2019 йылда индергән. Бер йыл буш торған бинаны һеҙ ҡуртымға алырға ҡарар иттегеҙ. Әммә уны 2024 йылда ғына (исемлеккә индерелгәндән һуң биш йыл ваҡыт үткәс) һатып ала алаһығыҙ. Әгәр ул исемлектә булып та, мәҫәлән, 2015 йылдан алып буш торған булһа, 2023 йылда (өс йыл ҡуртымға алғандан һуң) шәхси милек итергә хоҡуҡлы буласаҡһығыҙ. Өсөнсөнән, дәүләт хаҡтарҙы йыш күтәрмәй һәм шарттарҙы үҙгәртеү менән дә мауыҡмай: нисек килешкәнһегеҙ, шулай дауам итәсәк. Ниһайәт, дүртенсенән, ауыр мәлдәрҙә, мәҫәлән, быйылғы үҙ-үҙеңде изоляциялау осоронда, дәүләт тәүгеләрҙән булып ҡуртымсыларға хаҡ түләмәҫкә рөхсәт итте. Артабан нимә булырын тулы ышаныс менән бер кем дә әйтә алмай.
Ҡулай бина һәм биләмә һайлайбыҙ
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өсөн тәғәйенләнгән барлыҡ буш биналар, участкалар һәм биләмәләр бер белешмәгә тупланған. Уны «Бизнес һәм Башҡортостан Республикаһы инвестициялары» сайтында түбәндәге һылтанма буйынса табырға мөмкин:
investrb.ru/ru/business/support/matrix/.
Үҙегеҙгә кәрәкле районды йәки ҡаланы һайлағас, һылтанма буйынса «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына һәм яҡлау инфраструктураһы барлыҡҡа килтергән ойошмаларға бирелгән муниципаль милек исемлеге»нә күсегеҙ. Таблицала әлегә бер кем тарафынан да биләнмәгән һәм ҡуртымға алырға мөмкин булған милек объекттары асыҡ күренәсәк. Шулар араһынан үҙегеҙгә ҡулайын һайлай алаһығыҙ.
Сауҙа процесы аша үтеп, ҡуртым килешеүе төҙөйһөгөҙ
Үрҙә аңлатып үтеүебеҙсә, дәүләт бер кемгә лә үҙ милкен былай ғына биреп ҡуя алмай, хатта уның өсөн аҡса түләгән хәлдә лә. Шуға күрә ҡуртымға алыу өсөн сауҙа процесын үтергә кәрәк. Ул аукцион кеүек уҙғарыла: кем күберәк хаҡ тәҡдим итә – шул еңә. Уны үткәреү алымы түбәндәгесә:
1) Участка йәки бина һайлайһығыҙ. Уларҙың һәр береһенең аҫтында «Ғариза ебәрергә» тигән форма бар, шунда үҙегеҙ хаҡында мәғлүмәтте, ойошманың исемен һәм ИНН һандарын, мөрәжәғәттең ҡыҫҡаса асылын яҙырға кәрәк. Шәхсән үҙегеҙ барып йәки телефон аша ла мөрәжәғәт итергә мөмкин. Әгәр бина йәки ер участкаһы республика ҡарамағында булһа, «Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһы милке идаралығы» дәүләт ҡаҙна учреждениеһына мөрәжәғәт итегеҙ (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 61/45. Телефон: +7 (347) 218-18-00, сайт
gku-uik.bashkortostan.ru). Әгәр бина муниципаль милек һаналһа – район йәки ҡала хакимиәтенә, ә инде берәйһенең балансында торһа, законлы хужаһына барырға тура киләсәк. Ул дәүләт учреждениеһы йәки дәүләт унитар предприятие булыуы ихтимал.
2) Артабан бинаның йәки ер участкаһының ысынлап та буш булыу-булмауы тикшерелә һәм һеҙгә сауҙалашыу процесы башланыу тураһында хәбәр ебәрелә. Законға ярашлы, ул 30 көн алдан иғлан ителергә тейеш. Мәғлүмәт Рәсәй Федерацияһының сауҙалашыу буйынса рәсми сайтына (www.torgi.gov.ru) ҡуйыла. Һеҙгә тейешле документтар пакетын йыйып (ул осраҡҡа ҡарап төрлөсә булыуы ихтимал), аукцион комиссияһына ебәрергә кәрәк.
3) Әгәр һеҙ аукционда берҙән-бер ҡатнашыусы булһағыҙ, килешеү һеҙҙең менән төҙөлә. Әгәр башҡа ҡатнашыусылар табылып, ҙурыраҡ сумма тәҡдим итеүсе булһа – шул кеше менән. Еңеүсе менән килешеү һөҙөмтә билдәле булғандан һуң кәмендә 10 көн үткәс төҙөлә, әммә аҙаҡҡы срок ике айҙан ашмаҫҡа тейеш.
4) Бинаны үҙегеҙгә ҡулайлы итеп үҙгәртеп алаһығыҙ һәм миллион һумдарығыҙҙы эшләргә тотонаһығыҙ.
Ҡайһы бер осраҡтарҙа был процесс еңелерәк башҡарыла. Түбәндәге осраҡтарҙа бинаны сауҙалашыуһыҙ алырға мөмкин:
- һаулыҡ һаҡлау һәм белем биреү ойошмаларына;
- элемтә саралары, почта элемтәһе өсөн;
- 30 көн ваҡытҡа, әммә быны ярты йылға берҙе генә эшләп була;
- емереү йәки реконструкция үткәреү зарур тип табылған бина урынына;
- дөйөм майҙаны 200 квадрат метрҙан ҙур биналағы 20 квадрат метрҙан кәм булған бүлмәне.
Ошо һәм башҡа осраҡтар тураһында 2006 йылдың 26 июлендә ҡабул ителгән «Көнәркәшлекте яҡлау тураһында» федераль закондың 17.1-се статьяһында әйтелә.
#важно #дәүләттәнбина #ташлама #предпринимательство #газетаЮшатыр
Читайте нас: