Бөтә яңылыҡтар

ЮЛЫ БАРҘЫҢ ЙҮНЕ БАР

Юлдар – ул иҡтисадтың үҫешенә ғәйәт ҙур йоғонто яһай торған фактор.

Юлдар – ул иҡтисадтың үҫешенә ғәйәт ҙур йоғонто яһай торған фактор. Хәҙерге заманда Рәсәйҙә юлдар үтеп инмәгән төбәктәр, ауылдар юҡ, ләкин уларҙың торошо һәр ерҙә төрлөсә. Беҙ ҙә Юл хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан Көйөргәҙеләге юлдар торошо хаҡында район хакимиәтенең төҙөлөш, архитектура бүлеге начальнигы Руслан Әминев менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


- Руслан Хөрмәтович, байрам уңайынан һеҙҙең менән райондың юл хәле тураһында һөйләшергә булдыҡ әле?

- Районыбыҙҙа юлдарҙың дөйөм оҙонлоғо 449 км 504 метр. Уларҙың 211 километры республикаға ҡарай, ә 238 км 504 метры ауыл советтары урамдары. Юлдарҙы тәртиптә тотоу, ремонт яһау ауыл советтарына беркетелгән. Республика ҡаҙнаһынан райондың юл фондына күсерелгән аҡса урындарға юлдарының оҙонлоғона ҡарап бүленә. Ошо аҡсаға ауыл советтары юл торошон ҡарай, ҡыш айҙарында уларҙы таҙартыу ҙа ошонда инә.

- Был бүленгән аҡса етәме һуң?

- Аҡса бер ваҡытта ла етмәй. Йылына юл хужалығы фондына 12 млн һум тирәһе аҡса бүленә. Ләкин был сумма аҙ.

- Юл ул ауыртҡан тема. Власҡа кем генә килһә лә, эштәрен һәр ваҡыт юлдарҙан башлайҙар. Асфальт ныҡ ҡыйбат, һәр ауылда ла заманса юл юҡ, ә халыҡ лайыҡлы тормошта йәшәргә хаҡлы түгелме ни?

- Уйлап ҡарағыҙ, ошо 12 миллионды бөтә районға бирәләр. Бында бит ҡар таҙартыу ҙа керә, юл билдәләре ҡуйыу ҙа ошо уҡ сумманан сыға. Шулай булғас, әлбиттә, беҙ нисек кенә теләһәк тә, бөтөн ауылдарға ла асфальт һала алмайбыҙ.

- Таймаҫ - Бәләкәй Муса юлы ла насар. Был юлды биш йыл инде республикабыҙ ҡарамағына күсерә алмайҙар. Сәбәбе ниҙә һуң?

- Эйе, 25 км оҙонлоғондағы юл ҙур ғына проблема тыуҙыра. Был юлды республика ҡарамағына тапшырҙыҡ. Ләкин Өфөнән, юлдарҙы нормативта күрһәтелгән талаптарға ярашлы хәлгә еткерегеҙ, шунан һуң ҡабул итәбеҙ, тип һигеҙ битлек хат килде. Эштең асылы шунан ғибәрәт – унда ҡуртымға алынған ошо ерҙәрҙән юл үтә. Унда һәр пайсы менән осрашып, мәсьәләне ыңғай хәл итеү маҡсатында, аңлатыу эштәре үткәрҙек. Бынан тыш был участокты хеҙмәтләндереү буйынса ла һорауҙар бар ине. Унда юл билдәләре етмәү, торбаларҙы ремонтлау кеүек мәсьәләләр яҙылған. Ҡулдан килгән тиклем беҙ уларҙы хәл итәбеҙ. Тик шуныһы ла бар, 2008 йылда республика фонды ул юлдарҙы районға шул етешһеҙлектәрҙе бөтөрмәй тапшырған. Хәҙер беҙ уларға кире бирәбеҙ, тигәс, улар беҙгә үҙҙәренең талаптарын ҡуя. Һеҙ бит беҙгә юлдарҙы шундай хәлдә бирҙегеҙ, тип уларға аңлатып ҡарайбыҙ, уларҙың үҙ туҡһаны туҡһан.

Бөгөн беҙ Мәмбәтҡол юлын да ҡарайбыҙ. Мәмбәтҡолға Мәләүез аша барған юл бер кемдеке лә түгел, берәү ҙә уны законлаштырмаған булып килеп сыға. Хәҙер ошо юлды ла республика ҡарамағына күсерер өсөн беҙ Мәләүез районы менән бергә тейешле документтар юллайбыҙ. Ошо юлды тәртиптә тотоу өсөн ниндәй ҙә булһа финанс ярҙамы килһен тибеҙ.

- Әгәр Таймаҫ һәм Мәмбәтҡол юлдарын республика ҡарамағына тапшырһаҡ, беҙ отабыҙ килеп сығамы?

- Әлбиттә, уларҙы тәртиптә тотоу, ремонт эштәрен башҡарыу икенсе сығанаҡтарҙан алынған аҡсаға башҡарыласаҡ бит. Район ҡаҙнаһына аҙ ғына булһа ла еңеллек киләсәк был осраҡта.

- Свободала Түкән яғынан кергән участок насар, ямғыр яуһа, бутҡа кеүек була, тип яҙалар беҙгә. Быуа янындағы баҫманың хәле лә мөшкөл, уның менән нимә эшләйһегеҙ?

- Унда был аҙнала ремонт эшләйәсәктәр, ҡырсын түшәйәсәктәр. Баҫмала ла соҡор барлыҡҡа килгән, уны ла ямаясаҡтар.

- Быйылғы туғыҙ ай һөҙөмтәләре буйынса ҡарағанда, районда юлдарҙың торошо нисек?

- Быйыл Ермолаевола юлдар төҙөкләндерелде. Яңы Төньяҡ биҫтәһендә 3,5 км оҙонлоғонда юлды күтәрҙек. Завод урамында 845 метр оҙонлоҡ юлға асфальт һалынды, Чкалов урамындағы 1100 метр оҙонлоғондағы юлды ла ремонтланыҡ.

- Ҡалаға ҡараған май заводы менән хеҙмәттәшлек иткән пред приятиеларҙың транспорттары район юлдарын боҙоуҙары хаҡында беләбеҙ. Ошо мәсьәлә нисек хәл ителә? Шул арҡала Йомағужа, Илкәнәй, Шәбағыш, Ермолаево ауылдары яфа сигә. Халыҡ, завод машиналары юлдарҙы бөтөрҙө, саң туҙҙыралар, Керәүле яҡтарында ла инвестор юлдарҙы эшлектән сығара, тип яр һала.

- Был әлегә асыҡ һорау. Ольховка аша юл һалыу буйынса схема ла бар. Был 16 км тирәһе юлды төҙөр өсөн 500 млн һум тирәһе аҡса кәрәк. Күмертауҙың үҙенең юлы юҡ, был заводҡа улар тик беҙҙең район биләмәһе аша ғына бара ала. Беҙ был турала элекке республика Башлығы Хәмитовҡа ла, Хөкүмәткә лә мөрәжәғәт иттек. Ләкин проблема әле булһа хәл ителмәй. Әммә беҙ туҡтағаныбыҙ юҡ, ярты йыл һайын хаттарҙы ҡабатлап яҙып ебәреп торабыҙ.

- Ә ниндәй яуап алаһығыҙ һуң?

- Һеҙҙең мөрәжәғәтте өйрәнәбеҙ, тиҙәр. Республикала Башлыҡ алмашынды, яңы власть булғас, бәлки, барыһы ла ыңғай хәл ителер, тип өмөтләнәбеҙ. Ошо май заводына йөрөгән йөк машиналары Айсыуаҡ аша үткәндәге 2-се һанлы мәктәп ҡаршыһындағы күперҙе авария хәленә ҡалдырҙылар. Әлбиттә, республиканан күперҙе ремонтлауға аҡса ғына бүленде. Ләкин мәсьәлә әле булһа асыҡ ҡала.

- Май заводы төҙөгән инвестор аҡса эшләй. Тимәк, айыҡ аҡыл менән уйлап ҡараһаҡ, күперҙе лә улар үҙҙәре ремонтларға тейеш түгелме ни? Нишләп уларҙың ҡылған эштәрен республика эшләргә тейеш? Бизнес социаль яуаплылыҡ та алып барырға тейеш, был хаҡта ил етәкселеге лә һәр саҡ әйтә. Бында улар кеҫә ҡалынайта, ә урындағы халыҡ теләһә нимә эшләһен кеүек килеп сыға түгелме?

- Уларҙың «Сигма» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Александр Махровҡа ла хат яҙҙыҡ беҙ. Проблеманы күрһәттек. Ләкин, дөрөҫөн әйтергә кәрәк, улар урынына Ермолаево ауыл советы аҙнаһына ике тапҡыр урамдарҙағы саңды баҫтырыу өсөн һыу һибеү менән булышты быйыл.

- Аҡсаны улар эшләй, ә сығымдар урындағы власҡа төшә инде?

- Ҡабатлап әйтәм, был заводтан районға бер файҙа ла юҡ. Киреһенсә, беҙ юлдарҙы ремонтлап торабыҙ, ә улар емерәләр. Уралка ауылы яғынан килеп Ермолаевоның Совет урамын үтеп 2-се мәктәп яғына боролоп күпер аша үтеп Заслонов, Мичурин, Тимер юлы урамдары аша йөрөйҙәр. Беҙ ошо участокты ла республика ҡарамағына бирергә уйлайбыҙ. Ермолаево ауыл советы үҙ аҡсаһын был юлдарҙы ремонтлауға сарыф итергә тейеш түгел бит. Әле беҙ ошо һорау буйынса шөғөлләнәбеҙ.

- Ә ҡышҡылыҡҡа әҙерһегеҙме? Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу буйынса проблемалар булмаҫмы?

- Ҡышҡылыҡҡа тулыһынса әҙербеҙ, проблема булмаҫҡа тейеш. Юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн ҡайһы бер ауыл советтарының үҙҙәренең тракторҙары бар, кемдәрҙеңдер фермерҙары әүҙемдәр, кемдәрҙеңдер йыл да урамдарҙы таҙартыусы билдәле кешеләре лә бар. Шуға был йәһәттән проблема килеп сыҡмаҫ, тип уйлайым. Тик һәр ауыл советы шул ҡар таҙартыусылар менән килешеү төҙөргә тейеш.

- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, байрамығыҙ менән һеҙҙе.
Читайте нас: