Был сараны район эске эштәр бүлеге ЮХХДИ-ның өлкән дәүләт инспекторы, полиция капитаны Айнур Рахманғолов үткәрҙе. “Бындай саралар бик тә мөһим, бик тә кәрәкле. Тимер юл аша сыҡҡан ваҡытта машина йөрөтөүсе водителдәр ҡағиҙәне йүнле үтәмәй, шунлыҡтан үҙҙәренең дә, пассажирҙарҙың да ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуялар”, - ти Айнур Фирҙәт улы. Ул Ермолаевоның элекке сөгөлдөр пункты янындағы тимер юлы аша сыҡҡан һәр водителде туҡтатып, улар менән ентекле һөйләшеү алып барҙы, ҡағиҙәләр хаҡында иҫкәртте. Шулай уҡ һәр водителгә махсус иҫкәртмәләр ҙә таратты. Бындай сараларҙан һуң водителдәр ҡағиҙәне теүәл үтәр, авариялар булмаҫ, тип ышанабыҙ.