Кисә «Ватан» хужалығында янғын һүндереү буйынса тактик күнегеүҙәр уҙғарылды. Был эште башҡарыр өсөн хужалыҡ биләмәһендәге үләнде яндырып ебәргәндәр ине.
«Ватан» хужалығы — райондың иң алдынғы хужалыҡтарының береһе. Бында янғын һүндереү өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырылған.
- Янғын һүндереү өсөн беҙ айырым бер кеше тотмайбыҙ. Беҙҙең барлыҡ хеҙмәткәрҙәребеҙ ҙә, шул иҫәптән мин үҙем дә, янғын һүндереү өсөн әҙерлек курстары үткәнбеҙ. Берәй хәл була ҡалһа, кемебеҙ булһа ла руль артына ултырып, кәрәк ергә барасаҡ. Янғын һүндереү өсөн трактор ҙа, 6 куб.м-лыҡ һыу һауыты ла, «Хонда» мотопомпаһы ла бар. Һыу 26 метр өҫкә, 50 метр алға һиптереү ҡеүәтенә эйә. Һыу тултырылған һауытты баҫыуға, комбайндар янына ла алып барып ҡуябыҙ. Кәрәк икән, уны комбайнға тағып алып китәһең дә бараһың. Комбайндар, ғәҙәттә, тиҙ янып китеүсән була. Ҡайҙандыр янғын һүндереүселәр килеп еткәнсе, унан бер нәмә лә ҡалмаясаҡ. Шулай уҡ күнәк менән һыу алып һүндереү өсөн дә ҡулайлаштырылған. Был техниканы ағыулау эштәрендә лә, шулай уҡ хужалығыбыҙ биләмәһенә ултыртылған ағастарға һыу һибеү өсөн дә ҡулланабыҙ», - ти «Ватан» хужалығы етәксеһе Ғәйнетдин Мөхәмәтов.
Янғын часы начальнигы Сергей Фадеев:
- «Ватан» хужалығында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләренә ярашлы барлыҡ эштәр ҙә теүәл башҡарыла. Уларҙың ут һүндереү өсөн кәрәкле бөтә техникалары ла теүәл. Был йәһәттән улар башҡа хужалыҡтарға өлгө булып тора. Янғын һүндереү техникаһының, бәлки, бер ҡасан да кәрәге лә теймәҫ, әммә ул булырға тейеш. Берәй хәл була ҡалһа, ул үҙ хаҡын барыбер аҡлаясаҡ. «Һаран икеләтә түләр», - тип тә әйтәләр бит әле халыҡта. Хужалыҡ етәкселеге аҡса түгеүен түкте, әммә үҙен янғын хәүефенән һаҡланы. Һуңғы осорҙа климат үҙгәреүе күҙәтелә. Йыл да тиерлек ҡоролоҡ. «Һыуға батып барыусыны ҡотҡарыу – уның үҙенең эше», - тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр. Кемдәндер көтөп ултырырға тейеш түгелбеҙ, ә үҙебеҙгә үҙебеҙ ярҙам итергә бурыслыбыҙ. Шуға күрә лә кәрәкле әйберҙәрҙең һәр саҡ яныңда булыуы отошло, - ти.
Дөрөҫ һүҙҙәр. Беҙгә тик, янғындар тик шулай күнекмәләрҙә генә булһа, яҡшы булыр ине, тип теләргә генә ҡала.