Все новости
Һаҡланғанды һаҡлармын
15 Октября 2019, 11:39

Тик тора икән

Юғарыла яҙыуыбыҙса, ошо көндәрҙә Илкәнәйҙә бер йорт янып китә. Район хакимиәтендә был хәлде асыҡлаған саҡта теүәл бер йыл элек районға республика тарафынан бүләк ителгән янғын һүндереү өсөн тағылма-автоцистерналарҙың барлығы хәтергә төшә.

Һеҙҙең дә хәтерегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, был цистерналар Илкәнәй, Отрада һәм Ермолаево силсәүиттәренә эләккәйне. Бындай бер тағылманың хаҡы 450 мең һум тора. Ул саҡта барыбыҙ ҙа, Республика көнөнә шәп бүләк булды бит әле, тип шатланғайныҡ. Янғын-фәлән булды ниһә, ниндәй булһа ла тракторға эләктерәһең дә, тотонаһың. Ныҡ уңайлы техника, тип маҡтағайны теге саҡ янғын һүндереүселәр ҙә.

Бала саҡта берәй тәтәй бүләк итәһәләр, был тәтәй бик оҡшамаһа, йә сервантта ултыра, йә урындыҡ аҫтында ята ине. Янғын һүндереүсе тағылмаларҙы насар бүләк, тип әйтеп булмай, тик улар ҙа, кәрәкмәгән уйынсыҡ һымаҡ, тик ултыра бирә икән. Был хәл район хакимиәтендә булған оператив кәңәшмәлә асыҡланды. Баҡтиһәң, был тағылманы һәр бер тракторға тағып та булмай икән. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов ремонтлатаһығыҙмы, нимә эшләтәһегеҙ, әммә тиҙ арала был проблеманы хәл итергә кәрәк, тип белдерҙе. Янғын һүндереү бүлеге начальнигы Сергей Фадеев бар нәмәне әлеге лә баяғы силсәүит башлыҡтарына япһарырға маташты. Әммә район советы секретары Әхәт Исламғолов ауыл советы хакимиәте башлыҡтарын яҡлап сыҡты. Уның әйтеүенсә, 131-се закон буйынса янғын һүндереү өсөн машина, гараж эҙләп йөрөү силсәүиттең эше түгел. Силсәүит башлыҡтары иңдәрендә тик балта, көрәк, күнәк, ҡом кеүек кәрәк-яраҡтар әҙерләп, плакаттар элеп, сходтарҙа аңлатыу эше алып барыу эше генә ята.

«Юшатыр» гәзите ауыл советы хакимиәте башлыҡтарына сығып, ысынлап та, бер йыл элек алып ҡайтҡан тағылма-автоцистерналар эшһеҙ торамы икәнен белеште.

Рөстәм ВАХИТОВ, Илкәнәй ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Янғын һүндерә торған тағылманы тиҙ генә теләһә ҡайһы тракторға тағып алып китеп булмай шул. Насосты әйләндерә торған кардан һәр бер тракторға тура килмәй. Шуның өсөн ул цистерна тик торорға мәжбүр. Был проблеманы тиҙ арала берәй нисек хәл итергә кәрәк буласаҡ. 2-3 төрлө кардан әҙерләп ҡуябыҙ инде. Шулай иткәндә, кәрәк ваҡытта тракторға ярашлы карданды тиҙ генә алыштырып ҡуйып буласаҡ. Шулай уҡ 2020 йылға ППМИ программаһы буйынса ауыл советына махсус трактор алыу эшен дә уйлайбыҙ. Әле булған янғынға килгәндә, йорт 15-20 минут эсендә янып бөттө. Өс янғын һүндереү машинаһы килде, әммә улар өлгөрмәне. Йорт тик ағастан һәм пластиктан ғына төҙөлгән. Етмәһә, был хәл төндә булды.

Галина МАЙОРОВА, Отрада ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Беҙҙең цистерна тик тормай, кәрәк саҡта гел ҡулланабыҙ. Уның өсөн «А7 Агро БР» хужалығында тағылмаға тура килгән махсус трактор билдәләнгән. Улар беҙгә һәр саҡ ярҙамға килә.

Роман БАРАНОВСКИЙ, Ермолаево ауыл советы хакимиәте башлығы:

- Беҙҙең янғын һүндереү өсөн ттәғәйенләнгән тағылма-автоцистерна өсөн махсус тракторыбыҙ бар. Кәрәк осраҡта һәр ваҡыт тағып алып китергә әҙер тора ул. Ҡулланғаныбыҙ ҙа бар, бер ҙә генә тик тормай.

Р. ҒӘЛИЕВА
Читайте нас: