Все новости
Һаҡланғанды һаҡлармын
13 Декабря 2019, 11:40

Кеше кәмей, янғын арта

15 йорт, 17 мунса, 12 һарай, 4 фатир, 5 солан, 165 ц. бесән, 34 тонна бойҙай, 10 өйрәк, 70 тауыҡ, 10 тоҡ он – былар барыһы ла быйыл Көйөргәҙе районында утта янып бөткән ҡаралты, мөлкәт, мал-тыуар, ҡош-ҡорт. 4 кеше янып үлгән.

15 йорт, 17 мунса, 12 һарай, 4 фатир, 5 солан, 165 ц. бесән, 34 тонна бойҙай, 10 өйрәк, 70 тауыҡ, 10 тоҡ он – былар барыһы ла быйыл Көйөргәҙе районында утта янып бөткән ҡаралты, мөлкәт, мал-тыуар, ҡош-ҡорт. 4 кеше янып үлгән. Янғын сығыуҙың иң күп сәбәптәре - электр сымдарының сифатһыҙ булыуы. Контроль органдары күп (пожарник, силсәүит, полиция, бәлиғ булмағандар комиссияһы) тик улар иҫкәрмә яһай ҙа бөтә, хужаның иҫкәртеү ҡағыҙында ҡултамғаһы бар икән, улай-былай булһа, мин ғәйепле түгел. Ҡалғаны хужаның үҙенән тора. Сымдар үткән быуаттың етмешенсе йылдарында үткәрелгән, шуға алама тимәгеҙ, магазиндан яңы алынған сымдар ҙа шәптән түгел. Ни өсөн былай, тип һорағас, беҙгә ошолай яуап бирҙеләр: дәүләт тарафынан электр сымдарын, башҡа ҡорамалдарҙың сифатын тикшереп тороусы юҡ. Ҡытай сығарған сым, удлинитель, иҫәпләгес һымаҡ әйберҙәрҙе кеше ала ла ҡуя, ә улар эшкинмәгән нәмә булып сыға. Һөҙөмтәлә сифатһыҙ электр ҡоролмаһы арҡаһында кеше мөлкәтһеҙ ҡала, хатта, үлә. Кешеләр үҙ хәүефһеҙлегенә ҡул һелтәп ҡарай башланы, тинеләр беҙгә янғын һүндереүселәр, компьютер уйынындағы һымаҡ, уларҙың әллә нисәмә ғүмере бар тип уйлайҙар, ахры, үлдең икән, компьютерҙы яңынан тоҡандырҙың һәм терелдең дә киттең, ысынбарлыҡта беҙ тере кешеләр, ә компьтерҙа һуғыш уйыны уйнап йөрөгән геройҙар түгел. Ғүмер беҙгә бер генә бирелә. Янғындар йылдан-йыл арта бара, бында кешенең вайымһыҙлығы күп ролде уйнай. Шуныһы үкенесле: районда кеше һаны кәмей, ә янғындар, киреһенсә, арта...
Читайте нас: