Все новости
Һаҡланғанды һаҡлармын
24 Декабря 2019, 11:55

Байрам вайран булмаһын

Яңы йыл яңы йылса булһын тип нимә генә эшләмәйбеҙ

Яңы йыл яңы йылса булһын тип нимә генә эшләмәйбеҙ: ашарға төнө буйы ғына түгел, аҙаҡ аҙна буйы етерлек итеп әҙерләйбеҙ (соланға сығарып ҡуйҙың да ашыңды, кәрәккәндә йылыттың да эстең). Магазиндарҙы штурмалайбыҙ, әфлисүн, ананас, төрлө кәнфитте, әйтерһең, ғүмерҙә ашамағанбыҙ, ҡутарып алабыҙ, Аҡса самалы булһа ла итһеҙ булмай, әл дә баҙарҙа таныш-тонош ит һата - уларҙан көтәсәккә булһа ла, биш-алты кила ит алабыҙ. Һәм, әлбиттә, шыршыһыҙ Яңы йылды ҡаршы алғы килмәй. Өй түрендә иң ҡәҙерле ҡунаҡ һымаҡ, тәмле еҫтәрен аңҡытып кем ултырырға тейеш - шыршы. Урманда йәшәп тә шыршыны һатып алып йөрөмәҫбеҙ инде тип, кемдер, балтаһын ала ла урманға бара. Хоҙай биргән байлыҡты ниңә йәлләргә? Тик бының өсөн, тотолһаң, 5 мең һум штраф ҡаралған икәнен оноторға ярамай. Зыян хаҡы был сумманан да арта икән, енәйәт эше ҡуҙғатыла, буш шыршыға өмөт иткән кешене 7 йылға ултыртып ҡуйыуҙары ла бар, өҫтәп 300-500 мең һум штраф та һалына.
Был аҙнала районда 2 шыршы ҡарағы эләккән, әйткәндәй. Байрам вайран булмаһын тиһәң, балта киҙәнер алдынан ныҡлы уйлау мотлаҡ - ә кәрәкме ул миңә буш шыршы?
Читайте нас: