Все новости

Кафеға барһаң, һаҡ ултыр

Аллаға шөкөр, ял итер урындар күп хәҙер ҡалала, теләгән ереңә барып ултыр - заводтар юҡҡа сыҡһа ла кафелар донъя тулы. Куба кафеһын да ял итеү өсөн шәп урын тиҙәр. Шәплеген шәптер ҙә, тик ҡайҙа ултырһаң да ауыҙыңды тыйып ултыр икән, юҡһа, туңҡайта атып китеүҙәре бар.

9 ғинуар көнө Ырымбур өлкәһенән килгән ҡунаҡтыр ирәйеп китеп ошо кафела ял итеп ултыра. Кәйеф шәп, тауыштар көслө сыға. Ныҡ аҡырышҡастарын, былар янына Куба хужаһы килә (Кастро түгел, кафе хужаһы). Шелтә белдерә. Демократия заманында кемдер һинең ауыҙыңды ябырға тырышһа, кешегә был оҡшаймы, юҡ, әлбиттә. Егеттәргә лә оҡшамай, берәүһенә бигерәк ныҡ оҡшамай һәм ул кеҫәһенән пистолет сығара. Куба хужаһы донъяны күп күргән кешелер (йәки интернетты күп ҡараған), көбәкте күреү менән урынынан ысҡына, ковбой егет тегенең артынан бер нисә тапҡыр барыбер атып ҡала. Бәхеткә, пулялар береһенә лә теймәй. Үҙҙәрен Техас сүллегендә йөрөгәндәй тойған егеттәрҙең кем икәне билдәле. Тиҙҙән уларға талашмай-әрепләшмәй генә бер урынға айырым-айырым барып ултырырға тура килер, буғай.
Кафелар күп хәҙер, шөкөр, тик унда барһаң, алан-йолан ҡаранып ултырыу мотлаҡ: бәлки, кемдер ата башлар.
Читайте нас: