Все новости

Бында карантин юҡ

Һыйырҙарға карантин бит әле, ял итеп тор, тип әйтеп булмай бит инде. Етмәһә, беҙҙең ауыл трасса буйында урынлашҡан. Шуға күрә хәүеф күберәк. Һаҡланғанды һаҡлармын, тип бушҡа әйтмәгәндәр, һаҡланыу сараларын бер ҙә генә онотмаҫҡа кәрәк буласаҡ, - ти Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Дамир Таһир улы Байгилдин.

Киров исемендәге хужалыҡ рәйесе Дамир Таһир улы Байгилдин һөйләй:
- Ауыл хужалығында хеҙмәт итеүселәрҙең барыһын да карантинға ебәреп булмай, әлбиттә. Шулай ҙа, булдыра алғансы һаҡланыу сараларын күрәбеҙ. МТМ, зерноток кеүек кеше күп йөрөй торған ерҙәргә сит кешеләргә инеү мөмкинлеге сикләнде. Шулай уҡ бухгалтерҙар, хакимиәт хеҙмәткәрҙәре өйҙәренән генә эшләргә мәжбүрҙәр. Үҙебеҙ эш урынында ултырабыҙ, әммә бында ла сит кешеләрҙе ҡабул итмәйбеҙ. Мал ҡараусылар, һауынсылар һәр ваҡыттағыса эш урындарында.
Тулы материал гәзиттә.
Читайте нас: