Все новости

Өйҙә ултырыу ҡағиҙәләре

Был ваҡытта буштан-буш бер ҡайҙа ла сығып йөрөргә ярамай. Парктар ябыласаҡ. Урамдарҙа дружинниктар дежур итәсәк. Режимды боҙған өсөн полиция акт төҙөй ала.

Был ваҡытта буштан-буш бер ҡайҙа ла сығып йөрөргә ярамай. Парктар ябыласаҡ. Урамдарҙа дружинниктар дежур итәсәк. Режимды боҙған өсөн полиция акт төҙөй ала.
Эшләгән кешеләр тик справка йә пропуск менән генә йөрөй ала. Өйөңә яҡын магазинға һәм дарыуханаға бара алаһың. Тиҙ ярҙам кәрәк саҡта дауаханаға барырға мөмкин. Сүп-сар сығарып түгергә ярай. Этең менән йортоңдан 100 метрҙан йыраҡ китмәйенсә йөрөргә була. Спорт майҙансығында йүгерергә лә, бала менән саф һауала йөрөү ҙә әлегә тыйыла. Ҡайҙа сыҡһағыҙ ҙа, үҙегеҙ менән паспорт йөрөтөү мотлаҡ. Ныҡ кәрәк осраҡта ғына такси хеҙмәтен ҡулланырға була. Магазиндар, дауаханалар, дарыуханалар, заправкалар үҙ графигы менән эшләй. Йортоғоҙға килтерһендәр өсөн кафе-ресторандарға телефон аша заказ эшләргә мөмкин.
Режимды боҙған өсөн граждандарға 15-40 мең һум, етәкселәргә 50-150 мең һум штраф ҡаралған. Юридик шәхестәр өсөн 200-500 мең һум штраф йә 90 тәүлеккә эшмәкәрлеген туҡтатыу ҡарала. Ҡағиҙә боҙоусылар арҡаһында кеше сирләһә, штраф миллион һумға тиклем барып етә.
Һорауҙар буйынса түбәндәге телефондарға мөрәжәғәт итергә була.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығына коронавирус һорауы буйынса +7(347) 286-58-27, 279-91-20 (тәүлек әйләнәһенә);
Коронавирус профилактикаһы буйынса Роспотребнадзорға 8-800-555-49-43.
Читайте нас: