Все новости

35 кеше эләгеп тә өлгөргән

БР Башлығы Р. Хәбиров кисәге оператив кәңәшмәлә үҙизоляция режимын үтәмәгән өсөн иң сикле осраҡта ғына яза биреләсәк, тине.

БР Башлығы Р. Хәбиров кисәге оператив кәңәшмәлә үҙизоляция режимын үтәмәгән өсөн иң сикле осраҡта ғына яза биреләсәк, тине. «Беҙҙе ишеткәндәре, аңлағандары өсөн халыҡҡа тағын бер тапҡыр рәхмәт белдерәм. Был беҙгә ҡатмарлы осорҙо һәйбәт кенә үткәреп ебәрергә мөмкинлек бирә. Яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы артыҡ йыш ҡулланмаясаҡбыҙ, тип килештек. Беҙҙе ишетмәгән осраҡта ғына административ яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы ҡуланнасаҡбыҙ», - тине ул.
Уның әйтеүенсә, 4 млн халҡы булған республикала ни бары 35 протокол төҙөлгән. Шулай уҡ 645 профилактик әңгәмә үткәрелгән. «Ошондай профилактик әңгәмәләр алып барыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Беҙҙең кешеләр яуаплы. Шуға күрә, әйҙәгеҙ, артабан да аңлашып йәшәүҙе дауам итәйек», - тип өҫтәне Радий Фәрит улы.
Сир эйәртеп
ҡайтмаһындар
Кисәге оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров оло йәштәгеләрҙе хәстәрләп:
- 10 апрелдән һуң торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләү башланасаҡ. Банктарға бик күп кеше киләсәк. Беҙҙең бурыс — ундағы ығы-зығы булмаһын өсөн барыһын да эшләү. Банктарға аҡса түләргә, ғәҙәттә, өлкән йәштәге кешеләр килә. Һәм уларға сир йоҡтороу ҡурҡынысы янай. Нәҡ бына ошоға айырыуса иғтибар итеүегеҙҙе үтенәм. Дистанция, дезинфекция, битлек режимдары һәм башҡалар булырға тейеш, - тине ул һәм банктарҙа коронавирус таратыуҙы булдырмау буйынса тейешле эштәр башҡарарға ҡушты.
Оҙайтыла, рөхсәт ителә
Башҡортостанда изоляция тағы бер аҙнаға оҙайтыла. Был турала республика башлығы белдерҙе. Радий Хәбиров әйтеүенсә, карантин сараларын туҡтатыу-туҡтатмау тураһында аҙна аҙағында ғына һүҙ йөрөтөү мөмкин. Халыҡҡа өйҙә ултырырға, бик кәрәк булғанда ғына урамға сығырға кәңәш ителә.
Шулай уҡ республикала йәшәүселәргә машинала йөрөргә рөхсәт иттеләр. Шаршамбынан башлап «Дорога 02» порталында теркәлергә кәрәк. Әммә ярҙамға мохтаж туғандарға, эшкә, мәрхүмдәрҙе ерләүгә генә барырға мөмкин. 10 апрелдән республикала баҡсаларға барырға ла рөхсәт ителә. Бының өсөн дә махсус порталда теркәлергә кәрәк буласаҡ.
Тергеҙелә
Ошо көндәрҙә Башҡортостанда 974 ойошманың эше тергеҙелә. Был исемлеккә ауыл хужалығы предприятиелары, орлоҡ менән тәьмин итеүселәр, урман хужалығы, ТЭК һәм төҙөлөш ойошмалары, техник хеҙмәтләндереү һәм финанс-кредит ойошмалары керә. Был турала оператив кәңәшмәлә премьер-министрҙың беренсе урынбаҫары Андрей Назаров белдерҙе.
- Был ойошмаларҙың етәкселәре иңенә өҫтәмә яуаплылыҡ ята. Улар хеҙмәткәрҙәрҙең һаулығы һәм хәүефһеҙлеге өсөн яуап тота. Шуға күрә битлектәр ҡулланыу, ҡулдарҙы эшкәртеү, температураны үлсәү, дезинфекция мотлаҡ. Шулай уҡ һәр бер хеҙмәткәрҙең пропускыһы булырға тейеш, - тине ул.
- Санитар-гигиена ҡағиҙәләрен үтәлеште Роспотребнадзор күҙәтеп барасаҡ. Әгәр ҡағиҙә боҙоу күҙәтелһә, предприятие эше туҡтатыласаҡ, хеҙмәткәрҙәр изоляцияға китәсәк, - тигән өҫтәмә яһаны Р. Хәбиров.
Читайте нас: