Все новости

Эшкә йөрөү бәхет икән

Рөстәм ВӘЛИЕВ, Күмертау ҡалаһы:- Күпме йәшәп, быға тиклем өйҙә эшһеҙ ятҡан юҡ ине. Хәҙер эшкә барыу түгел, урамға ла сығырға ярамай, тиҙәр. Ҡалала йәшәгән ирҙәргә өйҙә эш тә юҡ инде, сүп-сар түгеп керҙең дә, бөттө. Шуға нимә эшләргә белмәйем, аптыраған баш. Стеналарҙағы иҫке обойҙарҙы һыҙырып ташланым, ә яңыһын йәбештерер инек, алырға аҡса юҡ. Көнө буйы ана шул “күлдәкһеҙ” ҡалған стеналарға ҡарап, диванда ятабыҙ, тороп ашайбыҙ ҙа, йәнә диванға йығылабыҙ. Хәрәкәтһеҙ ҡыйын, юҡҡа ғына хәрәкәттә-бәрәкәт, тимәйҙәр икән.

Коронавирус тигән афәт әҙәм балаһын йорттарына бикләнергә мәжбүр итте. Тулы изоляция ваҡытында халыҡ өйҙәрендә нимә менән мәшғүлдәр икән. Беҙ был турала белешер өсөн, бер-нисә кеше менән бәйләнешкә сыҡтыҡ.
Улар хаҡында гәзиттә уҡығыҙ.
Читайте нас: