- Районда СПИД сирлеләр артҡандан-арта. Республиканан алда барабыҙ. Башҡортостанда 100 мең кешегә 517 СПИД-лы кеше тура килһә, Көйөргәҙе районында - 597. Райондағы 84 ауылдың 27-һендә сирле кешеләр йәшәй (иң күп СПИД-лы ауылдарҙы әйтеп үтте). 60-ты үткән ике бабай бар хатта. Бер ауылда, уныһы бик ҙур ауыл да түгел, 7 кеше сирле. Тағы ла шуныһы, элек бер сирле ҡатынға 4 ауырыу ир тура килә ине, һуңғы йылдарҙа ауырыған ҡатын-ҡыҙҙар һаны арта. СПИД-лыларҙың йәшенә килгәндә, 30-40 йәштәрҙәге кешеләр һәм унан да олораҡтар. Йәштәр араһында вируслылар аҙыраҡ, әллә йәштәребеҙ аҡыллыраҡ булып үҫәме, шулай булһа, бирһен Хоҙай.