Ә бит халыҡ борондан әйтә: хәрәкәттә - бәрәкәт. Быйыл был һүҙ айырыуса актуаль - Һаулыҡ һәм оҙаҡ йәшәү йылы. Павловка ла оҙаҡ йәшәргә теләйҙәр. Ошо ялда улар йыйылған да замандың иң популяр спорт төрө - скандинавса йөрөү буйынса сара үткәргәндәр. Былайтып, таяҡ тотоп йөрөүҙөң ниндәй ыңғай яҡтары бар, шуларҙы һөйләгәндәр. Оҫтараҡтары йөрөп тә күрһәткән. Эштәр былайға киткәс, павловкаларҙың ғүмере оҙонайыр, һаулыҡтары тағы ла нығыраҡ булыр. Бирһен Хоҙай.