Хатта һыу ташҡан мәлдә нимә эшләргә икәне һанап сығылды. Паникаға бирелмәҫкә, шунда баҫырға, бында баҫмаҫҡа, телефондан шылтыратырға...
Данил Зиннәт улы оборона һүҙҙәрен йөпләп ҡуйҙы, балыҡ тип алйып йөрөмәгеҙ, һаҡ булығыҙ.
Яҙ яҙлығын итә, уның үҙ ҡағиҙәләре, ауыр машиналарға оло юлдан йөрөү тыйыла, һеҙ генә етмәгәйнегеҙ, юлдарыбыҙ былай ҙа шәптән түгел, ГАИ барыһын да ҡарап ҡына торасаҡ. Өмәләр башлана, әлбиттә, тиҙҙән ағастар ултырта башлайбыҙ. Тирә-йүнегеҙҙе йыйыштыра башлағыҙ, килеп әйткәнде көтөп ятмағыҙ – былары халыҡҡа өндәшеү булды.
Онлайн трансляцияны 10 кеше ҡарай башлағайны, торараҡ был һан 9 булды.
Вакцинация шәп бара тинеләр, халыҡ ағылып килә. Кеше белде ахры, әжәл ала китә, йәшеңде лә, исемеңде лә һорамай. Ана, йәп-йәш көйө Асҡын башлығы донъя менән хушлашты.
Артабан интернет тағы ла ҡатты.
Бөтә ауылдарға ла юлдар бар, ҡар иреп бөтөп бара, хәҙер был йәһәттән зарланған кеше юҡ.
Халыҡтан һорауҙар бармы - юҡ. Һау булығыҙ, киләһе осрашҡанға тиклем.
Ошоноң менән бөттө бөгөнгө һөйләшеү. Был формат, әллә актуаллеген юғалтты. Минең шуным юҡ, был етмәй тип һорау биреүселәр бөтөнләй юҡ. Әллә бөтәбеҙ ҙә ҡатып ҡалдыҡ. Хәс бөгөнгө интернет шикелле.