Икәүһе сабыйҙар. Ишембайҙа булған был ҡайғы. Оло кеше китеп барһа, ауыр ҡайғы булһа ла, түҙерлек, балалар менән ҡаза булғанда айырыуса ауыр. Хәҙер башланыр: йорттоң теге ере ҡыйыш, был ере йәмшек булған. Сәбәбе табылыр. Ғүмерҙәрҙе һаҡлар фәрештә, уттан аяр сик табылырмы? Извещателе лә булған йортта, нимәһе етмәгәндер, әллә үҙебеҙ үтә бошмаҫ, әллә башҡалары.
...Кисә генә вазифалы кешеләр менән һөйләшеп торҙоҡ. Береһе әйтә:
- Путин ун көн каникул бирә.
- Уның нимәһенә ҡыуанаһың, ун көн беҙҙең өсөн ун ғазап - ауылда кем эскән, кем нимә эшләгән, яуап бир ҙә ултыр. Байрам беҙҙең өсөн вайран. Янып китмәһендәр тип тә ҡурҡаһың.
Ысынында, тормош үҙе байрам. Уны Путин да, башҡаһы ла бирмәй, Хоҙай бирә. Ошо байрамыбыҙ вайран булмаһын ине.