

Санйын-Молокан-Маяҡ ауылдары ҡоршау һымаҡ ут эсендә ҡалды. Телевизорҙан көн-төн күрһтәләр: тотош ауылдары менән яналар, бына беҙгә лә килде, ҡыбырлай алған һәр береһе, ҡулына нимә эләгә, шуның менән утҡа ҡаршы сыҡты. Беҙ Санйынға тиклем барып еттек, Маяҡтан башлап ошо ауылға еткәнсе тауҙар ҡап-ҡара булып янып бөткән. Мәшхәр булған да бында.
- Әл дә ауылға каникул тип йәштәр ҡайтҡайны, - оло ғына инәй шулай тип ҡаршы алды беҙҙе, - беҙ ни туйтаңлап барып еткәнсе, тегеләр һәғәт эшкә йәбеште. Ауыл янында ярар йылға бар, бәләкәй генә ул, шулай ҙа утты был яҡҡа ебәрмәне. Рәхмәт уға. Әмәлгә ҡалғандай, иген келәтенең бер будкаһы янып китте, фермерыбыҙ Бикмаев булды (ул А. Филатовтың ерҙәрен алды, Көйөргәҙеагропродукт хужалығы ине элек беҙҙә), тиҙ генә, мискәле тракторы менән килеп, утты юҡ итте, будканы пожарниктарһыҙ ғына шулай һүндерҙек. Ауылды тирәләп һөрөп тә сыҡты. Рәхмәт уға ла, барлыҡ ауылдаштарға ла. Ауылыбыҙ иҫән ҡалды.