Һөрөмгә буялмаһын

Эҫе көндәр кире ҡайтты, бер яҡтан һәйбәт, йәйҙең йәмен күреп ҡалабыҙ, икенсе яҡтан ныҡ хәүефле: янғын ҡурҡынысы арта.  Бөгөн төндә Яҡуп ауылында бесән янып киткән. 

Һөрөмгә буялмаһынҺөрөмгә буялмаһын
Һөрөмгә буялмаһын

Ут - ут инде, янғын һүндереүселәр, ауыл халҡы күпме тырышмаһын, бесәнде ҡотҡара алмағандар - һәммәһе 50 түк, 80 центнер самаһы, мал аҙығы янған. Сәбәптәре әлегә билдәһеҙ.

Йәй йәмдәре ҡара һөрөм менән ҡапланмаһын өсөн, был көндәрҙә үтә һаҡ, иғтибарлы булайыҡ. 

Автор:Дим Ильясов
Читайте нас