Һаҡланғанды һаҡлармын
24 Августа 2021, 10:45

"Ҡыҙыл әтәс"кә ҡаршы яу

Рәфис Хөсәйенов, Ялсыҡай ауылы:- «Шайтан башы»нан сыҡҡан ҡара төтөндө күргәс тә ауылдаштарға, депутаттарға, ауыл биләмәһенә, янғын һүндереүселәргә шылтыраттыҡ. Ялсыҡай һәм Таймаҫ ауылы халҡы күпләп янғын урынына ашыҡты һәм ҡыҙыл әтәскә ҡаршы яу асты. 

"Ҡыҙыл әтәс"кә ҡаршы яу"Ҡыҙыл әтәс"кә ҡаршы яу
"Ҡыҙыл әтәс"кә ҡаршы яу

Тиҙ арала килеп төшөп, өҫтәрендә булған кейемдәре, ағас ботаҡтары менән ут һүндерҙе егеттәр, улар араһында ҡатын-ҡыҙҙар, хатта балалар ҙа булды. Нисек кенә һүнедерергә тырышһаҡ та, юғалтыуҙарһыҙ булманы, әҙер бесән янды. Бер ғаиләнең 4 кәбәне тулыһынса, икенсеһенең күп күләмдә тюклап эшләнгән бесәне күҙ алдында юҡҡа сыҡты. Алып ҡайтып өлгөрмәгәндәр тиер инең, был ҡоролоҡ, эҫе һауа торошонда бесәнде өй тирәһенә алып ҡайтһаң да хәүефле бит. Еле көслө булмаһа ла, ут бик тиҙ таралды. Шөкөр, яҡын торған урманға һәм көнбағыш баҫыуына янғын зыян итмәне.

 

Автор:Гөлнур Хөсәйенова
Читайте нас