Бөгөн ул үҙенең ярҙамын алып килеп еткерҙе. Үҙе, ҡыҙғанысҡа, булманы, Янғынға ҡаршы хеҙмәт дәүләт комитеты етәксеһе урынбаҫары Константин Терещенко алып килгән. Янғынға ҡаршы оповещателдәр. Иҫән булығыҙ, һаҡ булығыҙ, ҡайғыһыҙ йәшәгеҙ тип, уларҙы Терещенко әфәнде ике ауыл хакимиәтенә тапшырҙы - Бахмут менән Таймаҫ биләмәләренә. Бахмутҡа - 200, Таймаҫҡа - 70.
Хәҙер Бахмуттағы һәр йортта торасаҡ был оповещателдәр, ә 70-е тулыһынса Яңы Таймаҫ ғаиләләренә тәғәйен.
Рәхмәт, Ростислав Рәфҡәт улы, үҙегеҙ ҙә иҫән-һау йөрөгөҙ.